0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ябай ҡомалаҡ ярҙам итер

Тиҙлек, етеҙлек талап иткән, мәңге ваҡыт етмәгән, тәүлек әйләнәһенә мәғлүмәт ағымы туҡтамаған заманда йәшәйбеҙ. Һөҙөмтә беҙҙең файҙаға түгел: һәр ваҡыт ҡуҙғыу хәлендә булыу организмды ҡаҡшата, йоҡлай алмауға, күңел тынысһыҙлығы кисереүгә килтерә.

Ябай ҡомалаҡ ярҙам итер
Ябай ҡомалаҡ ярҙам итер

Гел дарыуҙар эсеп тә йәшәп булмай. Шундай осраҡта ябай ғына үләндәр ярҙамға килә ала. Мәҫәлән, ҡомалаҡ – йоҡоһоҙлоҡтан шәп дауа.

Бер балғалаҡ ҡомалаҡ сәскәһен ярты стакан ҡайнар һыуға һалып, дүрт сәғәткә төнәтергә ҡуйығыҙ. Йоҡлар алдынан ошоно эсергә кәрәк. Артығын эсергә ярамай.

Ҡомалаҡтан бәләкәй генә мендәр йәки сувенир рәүешендәге ҡапсыҡ эшләргә мөмкин. 20х20 йәки 30х30 сантиметр самаһы ҙурлыҡта тегелгән ҡапсыҡҡа йәки мендәр эсенә кипкән ҡомалаҡ тултырығыҙ. Уны баш осона элергә йәки яҫтыҡ аҫтына һалып йоҡларға кәңәш ителә.  

Фото: autogear.ru

https://bashgazet.ru/

Автор:
Читайте нас: