0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

БЫУЫН СӘСКӘҺЕ

Борон ата-бабаларыбыҙ дауалау сараһы булараҡ быуын сәскәне киң файҙаланған. Легендаларҙа һөйләнелеүенсә, быуын сәскәнең тамыры тылсымлы көскә эйә. Әбүғәлисина уны ашҡаҙан-эсәк трактын, күҙ ауырыуҙарын һәм подаграны дауалау өсөн тәҡдим иткән. Мысырҙа был шифалы үҫемлекте саяндар һәм тарантулдар сағыуына ҡаршы ҡулланғандар. Рәсәйҙә иһә уны кәләшкә бирнә итеп биргәндәр, сөнки, боронғоларҙың ышаныуы буйынса, боҙомдан һәм күҙ тейеүҙән һаҡлай.

БЫУЫН СӘСКӘҺЕ
БЫУЫН СӘСКӘҺЕ
Быуын сәскә шулай уҡ бауырҙы, талаҡты дауалауҙа, аппетитты күтәреү, аш эшкәртеүҙе яҡшыртыу өсөн файҙаланыла. Уның составында В төркөмө витаминдары һәм аскорбин кислотаһы бар. Шунлыҡтан иммунитетты яҡшырта һәм стрестарға ҡаршы торорға ярҙам итә. Уның тамыры көскә эйә. Инупинға, витаминдарға, калийға һәм үҫемлек шәкәренә бай. Уны ҡаҙып алып, йыуып, турап киптерәләр.
 
  • Гипертонияны иҫкәртеү өсөн, иртәнсәк бал һәм лимон ҡушып, быуын сәскә эсемлеге эсергә кәңәш итәләр.
  • Талаҡ ауыртҡанда бер стакан ҡайнар һыуға 20 г ваҡланған тамырын һалып бешерергә һәм бер сәғәт төнәтергә. Көнөнә өс тапҡыр бер-ике ҡалаҡ эсергә.
  • Бауыр ауырыуҙарынан ике ҡалаҡ үҫемлек онтағына 0,5 л ҡайнар һыу ҡойоп ҡайнатырға һәм ике ҡалаҡ бал, бер балғалаҡ емеш һеркәһе ҡушырға, Төнәтмәне эҫе килеш көнө буйы эсергә.
  • Үпкә ауырыуҙарынан, бронхит менән ларингитты иҫкәртеү өсөн, быуын сәскә тамыры менән арыҫлан ҡойроғо япрағынан төнәтмә әҙерләнә. Икәүһен дә бер үк күләмдә алып, өс ҡапаҡ ҡатнашмаға 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, бешерергә. Был төнәтмәне мунса ингәндә эсеү яҡшы.
  • Аритмиянан бер ваҡланған тамырға 2 стакан ҡайнар һыу ҡойоп, ҡайнатып сығарырға һәм бер-ике сәғәт төнәтергә. Һөҙөп алып, бер балғалаҡ бал өҫтәргә һәм көнөнә өс тапҡыр ашар алдынан яртышар стакан эсергә.
  • Һимереүҙән көнөнә өс-дүрт тапҡыр ашар алдынан ярты стакан быуын сәскә төнәтмәһе (бер ҡалаҡ ваҡланған тамырына - 5 л ҡайнар һыу) эсергә.
  • Экзема, шеш һәм оҙаҡ бөтәшмәгән яраларҙы спиртлы төнәтмәһе йә тамырының һыуҙа ҡайнатып әҙерләнгән төнәтмәһе менән эшкәртергә.
  • Фото: flo.discus-club.ru
https://ataisal.com/articles/auly-a-lau/2022-08-17/byuyn-s-sk-e-2912785
Автор:
Читайте нас: