0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
12 Сентябрь , 12:45

Ашҡаҙан эшмәкәрлеге өсөн файҙалы аҙыҡтар

Көҙгө көнө туҡланыу рационында төрлө файҙалы аҙыҡ-түлек булырға тейеш. Ҡайһы берҙәре аш эшкәртеү-һеңдереүгә генә түгел, кәйефте күтрергә, көс тупларға ла ярҙам итә.

Ашҡаҙан эшмәкәрлеге өсөн файҙалы аҙыҡтар
Ашҡаҙан эшмәкәрлеге өсөн файҙалы аҙыҡтар

Ҡабаҡ. Унда күп файҙалы матдәләр тупланған: цинк, тимер, төрлө витаминдар һәм пектин. Бешерелгәне файҙалыраҡ, ти табиптар. Уға кориандр, дәрсен һәм борос тәмләткестәрен яраштырып ҡулланырға була.

Татлы борос. Көҙ уны күберәк ҡулланып ҡалырға тырышығыҙ. Унда Е, С, А витаминдары күп, антиоксиданттар бар. 100 грамм ҡулланғанда ла, организмға көндәлек С витамины нормаһын тулалындыра. Боросто сей килеш тә, бешереп тә ашарға мөмкин.

Емеш-еләктән тәүге рәттә слива тора. Уның составында кальций, фосфор, магний, С витамины бар. Аш һеңдереү өсөн дә һөҙөмтәле. Һау кешегә көнөнә өс-дүрт слива ашау ҙа етә. Икенсе емеш – һырғанаҡ. Унда тимер, магний, калий, төрлө витаминдар һәм аминокислоталар бар. Ашҡаҙан эшмәкәрлеге өсөн дә яҡшы.

Сәләмәт булайыҡ!

Фото: recepty.7dach.ru

Автор:
Читайте нас: