Киске сәй шулай уҡ ашты яҡшыраҡ эшкәртә, майҙарҙы тарҡата, организмды төнгөлөккә әҙерләй. Тик уны сәғәт 8-9- ҙан һуң эсмәгеҙ. Ошолай иткәндә, уянмайынса ҡаты йоҡларһығыҙ, ә иртән еңел торорһоғоҙ. Киске сәй шулай уҡ “мәкерле”- уны эскәндән һуң ашағы килә башлай. Тик был теләккә буйһонмағыҙ. Төнгә ҡаршы ашау ҡәтғи тыйыла. Түҙер әмәлегеҙ ҡалмаһа, өрөк йәки хөрмә ҡабығыҙ.
Сәй 700-ҙән ашыу төрлө ҡушылма, витамин, минерал, микро һәм макроэлемент, антиоксидант, аҡһым, углевод һәм башҡа файҙалы матдәләрҙән тора. Улар бөтәһе бергә организмды комплекслы таҙарта, тонусты күтәрә, шлактарҙан ҡотолдора һәм файҙалы витаминдар, минералдар менән туҡландыра.