+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
30 Сентябрь , 12:00

Артриттан ҡара торма

 Уны йүтәлгә ҡаршы  ҡулланылыу күптәр беләлер, ә бына быуын һыҙлауынан да ҡулланылыуын  һәр кемдең белмәүе лә ихтимал.  

Артриттан ҡара торма
Артриттан ҡара торма

 Ауыртыу яфалағанда  уны ҡабағы менән ҡырғыстан үткәреп, һутын һығып алырға мөмкин. Һуңынан  стакандың  3/1 өлөшөндәге  һутына  бер ҡалаҡ бал менән спирт ҡушып бутарға. Кизе-мамыҡ туҡыма киҫәген ошо төнәтмәгә сылатып алып,  төнгөлөккә ауыртҡан урынға ябырға һәм нығытып бәйләп ҡуйырға.  Дауаланыу осоронда аяҡтарығыҙҙы өшөтмәҫкә тырышығыҙ. Ун көн дауаланғандан һуң,  ауыртыу-һыҙланыуҙарҙан ҡотолорһоғоҙ.

Фото: ru.pinterest.com

Сажиҙә Лотфуллина.

Автор:
Читайте нас: