15 микроэлементтан (тимер, магний, марганец, алюмин, кремний, бор, көкөрт һ.б) башҡа, уның составында тағы В1, В2, В9 (фолий кислотаһы) һәм К, Р витаминдары төркөмдәре бар. Һырғанаҡты йыш ашаған кешелә инфаркт, инсульт булмай, иммунитет күтәрелә.
Һырғанаҡтың емешен, һутын ашҡаҙан һуты түбән булғанда, бауыр күҙәнәктәрен яңыртыу, бауыр ағыуланыуын бөтөрөү өсөн ҡулланалар.
Һырғанаҡ майын ашҡаҙан һуты юғары һәм ашҡаҙандың сей яраһы булғанда көнөнә 2 тапҡыр 1-әр ҡалаҡлап эсергә. Дауаны 10 көн дауам итһәң, сей яра йүнәлә. Был май бит тиреһенә һөртөү өсөн дә уңайлы. Тире майлы булһа ла, ҡоро булһа ла, был май файҙалы, сөнки уның составында каротин бар. Тырнаҡтар тиҙ һыныусан булғанда тырнаҡтарығыҙға һөртөгөҙ, шулай уҡ эскә лә ҡабул итегеҙ. Сәстәрҙе йыуыр алдынан 2 сәғәт алда баш тиреһенә һөртһәң, сәстәр матурлана.
Фото: ferma-alpatevo.ru
Сығанаҡ: ejansura.ru