-4 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
6 Декабрь , 17:30

Хуш еҫле ингалятор: нимә ул һәм ни тиклем хәүефле

Өфө уҡыусылары хуш еҫле ингаляторҙарға ултырған: табиптар саң ҡаға. Ауырығанда тымауҙы еңеләйтеү өсөн тәғәйенләнгән был ҡоролмаларҙы мәктәп уҡыусылары арзан хаҡҡа маркетплейстарҙа күпләп һатып ала башлаған, ләкин  улар тәғәйенләнеше буйынса ҡулланылмай. Тышҡы ҡиәфәте буйынса бындай ингаляторҙар вейпты хәтерләтә. Һатыусылар әйтеүенсә, эсендәге  эфир майҙары, имеш,  күтәренке кәйеф, энергия бирә, кәйефте яҡшырта. Бындай ҡиммәт булмаған ингаляторҙарҙа (150-300 һум) тәбиғи эфир майҙары түгел, ә синтетик аналогтар бар.

Хуш еҫле ингалятор: нимә ул һәм  ни тиклем хәүефле
Хуш еҫле ингалятор: нимә ул һәм ни тиклем хәүефле

Һауытында составы хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт булмауы ла хафаға ҡалдыра. Ароматерапевтар билдәһеҙ ҡоролмаларҙың  хәүефле булыуы хаҡында иҫкәртә: синтетик компоненттар тын юлдарының лайлалы тиресәһен ярһыта, ә осраҡлы йотҡанда - ағыуланыуға килтерә. Хатта борнеол һәм камфора кеүек тәбиғи эфир майҙары ҡушылған ингаляторҙарҙы ла дөрөҫ ҡулланмағанда, бик күңелһеҙ хәл килеп сығыуы мөмкин.

Фото: скриншот https://t.me/rb_russia/24096

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: