*ҠОЛАҠ ШЕШКӘНДӘ
- Яран япрағын һуты сыҡҡанса иҙергә;
- Төнгөлөккә ҡолағығыҙға тығып (ныҡ төпкә тығып ҡуймағыҙ!), яулыҡ бәйләп ятығыҙ.
*ГАСТРИТ
- 1 аш ҡалағы иҙелгән яран япрағына 1 стакан эҫе һыу ҡойоп , 3-5 мин "һыу мунсаһында" тотоғоҙ;
- 1 сәғәт төнәтеп, һөҙөгөҙ;
- 1 аш ҡалағы төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр ашар алдынан 15-20 минут алда эсергә. Дауаланыуҙы хәл яҡшырғансы дауам итергә.
*ТАМАҠ АУЫРТҠАНДА
- 1 аш ҡалағы яран япрағын 1 стакан һыу ҡойоп, ҡайнатып сығарығыҙ. 20-30 минут төнәтегеҙ;
- Тамаҡ ауырта башлау менән ошо төнәтмә менән сайҡатығыҙ.
*НЕРВ ТАРТЫШЫУЫ
- Яран япрағын ауыртҡан мускулға ябығыҙ ҙа, дебет шәл менән урап ҡуйығыҙ;
- Япраҡ һулыһа, яңыһы менән алмаштырығыҙ.
*БОҒАҠ ?ЗОБ)
- Яран япрағын 2 услам итеп турап, быяла шешәгә һалығыҙ ҙа, 0,5 л араҡы ҡойоғоҙ. Ҡараңғы урынға 30 көнгә ҡуйығыҙ, әммә даими болғатырға онотмағыҙ.
- Һөҙөгөҙ ҙә, япраҡтарын ташлағыҙ;
- 1 аш ҡалағы төнәтмәне көнөнә 3 тапҡыр ашарҙан ярты сәғәт алда эсегеҙ. Бер курста 2 шешә эсергә кәрәк, унан 1 ай ял иткәс, йәнә бер курс ҡабатларға.
ХАЛЫҠ МЕДИЦИНАҺЫН ҠУЛЛАНЫР АЛДЫНАН ТАБИП МЕНӘН КӘҢӘШЛӘШЕРГӘ ОНОТМАҒЫҘ!