Сирлеләрҙең бөтәһенең дә тиерлек температураһы юғары, йүткереү һәм тымау барлыҡҡа килә, һәр икенсеһендә баш һәм тамаҡ ауырта. А киҙеүе һөҙөмтәһендә тын алыуҙың йышайыуы, мускулдар ауыртыуы, конъюнктивит барлыҡҡа килеүе, һирәк осраҡта - ҡоҫоу, күңел болғаныуы булырға мөмкин. Өҙлөгөүҙәр иртә барлыҡҡа килә. «Әгәр миҙгел киҙеүе булғанда бындай хәл, ҡағиҙә булараҡ, бишенсе-етенсе көнгә һәм һуңыраҡ килеп тыуһа, А киҙеүе менән ауырығанда өҙлөгөүҙәр икенсе-өсөнсө көндә үк үҫешергә мөмкин», - тип аңлаталар Роспотребнадзорҙа.
Белеүебеҙсә, һәр бер сир йүткергәндә һәм сөскөргәндә йоға. Грипптан һаҡланыуҙың иң һөҙөмтәле ысулы – вакцинация. Бынан тыш, халыҡ күп йыйылған ерҙә булмаҫҡа, киҙеү менән ауырыусылар менән элемтәгә инмәҫкә тырышырға, ҡулдарҙы йыуып, өйҙө, бинаны елләтеп, битлек кейеп йөрөргә кәңәш ителә. Ауырымайыҡ, дуҫтар! Һаҡланғанды Хоҙай һаҡлар!
Фото: ks-yanao.ru