-15 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Тауыҡ бауыры менән ҡабымлыҡ

Кәрәк: 16 тарталетка, 300 грамм тауыҡ бауыры, 300 грамм шампиньон, 1 һуған, 1 кишер, бешкән 2 йомортҡа, ҡыҙҙырыу өсөн шыйыҡ май, тәменсә тоҙ һәм борос, 2 аш ҡашығы майонез (мәжбүри түгел), биҙәү өсөн 1-2 һабаҡ петрушка.

Тауыҡ бауыры менән ҡабымлыҡ
Тауыҡ бауыры менән ҡабымлыҡ

Әҙерләү тәртибе: бауырҙы турап, майлы табала әҙер булғансы ҡыҙҙырып алырға. Икенсе табала ваҡлап туралған һуған менән ҡырғыстан үткәрелгән кишерҙе ҡыҙҙырырға, шунда уҡ бәшмәкте һалып, тоҙ, борос өҫтәргә һәм бер массаға килгәнсе бутарға. Әҙер массаны тарталеткаларға һалып, өҫтөн петрушка менән биҙәргә.

Фото: dzen.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: