-19 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Нервыһыҙ кеше бармы?

Кесе йәштә дөрөҫ тәрбиә алыу ҙур әһәмиәткә эйә. Шул саҡта кеше, нервылар системаһы ниндәй типта булыуға ҡарамаҫтан, боҙоҡ характерлы шәхескә әүерелергә мөмкин.  

Нервыһыҙ кеше бармы?
Нервыһыҙ кеше бармы?
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы: “Мин – нервылы”, – тип, үҙ-үҙҙәрен тота белмәгән, башҡаларҙы һан­ға һуҡмағандар ҙа осрай. Ҡайһы берәүҙәр яҡындарына, хеҙмәт­тәштәренә тупаҫлыҡ күр­һәтәләр ҙә һуңынан, “мин шундай характерлы инде” йәки “мин ут кеүек ҡыҙыуыраҡ кеше шул” тип аҡланмаҡсы булалар. Тиҙ ҡыҙып китеүҙең, тотанаҡ­һыҙ­лыҡтың йыш ҡына тәрбиә­һеҙ­лек, әҙәпһеҙ­лек билдәһе икәнен онотоп ебәрә­ләр. Ә бит үҙ-үҙеңде тота белеү ҡатмарлы, ҙур эш түгел. Йәштән үҙеңде тәрбиә­ләргә, әҙәплелеккә, сабырлыҡҡа ғына өйрәтергә кәрәк. Мәҙәниле, башҡаларға ихтирамлы кеше теләһә ниндәй шарттарҙа ла үҙен тота белә ул.
Кеше тәбиғәтенә тойғолар бик көслө тәьҫир яһай. Уларҙы ла тәрбиәләй белергә кәрәк. Һәр саҡ яҡшы кәйеф, тормош­ҡа оптимистик ҡараш булдырыу бик мөһим. Ҡайһы берәүҙәр бөтә ваҡ күңелһеҙ­лектәргә, әйткән һүҙҙәргә, иҫкәртеүҙәргә ныҡ әһә­миәт биреп, һәр нәмәне күңел­дә­ренә бик яҡын алып йәшәй. Бындай хәл нервы-психик эшмәкәр­леккә ҙур йөккә әүерелә һәм нервылар ҡаҡшауға, неврозға кил­терә. Ошоно иҫәпкә алып, бик нескә күңеллелектең, һәр саҡ хафаланып йәшәүҙең бер ҙә файҙалы түгеллеген әйтке килә. Эшләй ҙә, йәшәй ҙә, ял да итә белергә кәрәк. Кешеләргә һәр саҡ рәхимле бу­лырға, изге күңел менән ҡа­рарға, шул уҡ ваҡытта юмор, көлөү, йылмайыуҙы ла оноторға ярамай.
Был йәһәттән ауыл кеше­лә­рендә өҫтөнлөк бар. Төрлө хо­лоҡло булһалар ҙа, “әйҙә әле, күрше, утыныңды ҡырҡып таш­лайыҡ”, тип бер-береһенә булышыу тиһеңме, олораҡ кешеләр­ҙең хәлен белеү йәки аш-һыуын ауыҙ иттереү тиһең­ме, үҙ-ара тормош тураһында әңгәмә­ләшеү булһынмы, был күркәм сифаттар уларға хас. Ауыл урамдарында үҙеңде иркен тояһың, рәхәтлек, ышаныу тойғоһо менән йөрөй­һөң. Ә ыңғай хис-тойғолар – сәләмәтлек сығанағы.
Ҡайһы саҡта һүҙҙәрҙе лә һаҡһыҙ ҡулланабыҙ. Урын­һыҙға тупаҫ кәмһетеүле һүҙ ишетеү, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе асыҡлау ҡала транспортында йыш күҙә­телә. Юҡҡа ғына боронғолар: “Кеше һүҙе кеше үлтерә”, – тимәгән. Табиптарға йыш ҡына һаҡһыҙ әйтелгән, тупаҫ һүҙ һөҙөмтәһендә ауырыған кеше­ләрҙе күрергә тура килә. Бер һүҙ менән ғаиләләге тыныслыҡты боҙоу, эш кешеһен кәмһетеү, күңелде китеү, абруйҙы төшөрөү бик еңел.
 
Фото: t.me
 
https://bashgazet.ru/articles/y-m-i-t/2020-04-24/nervy-y-keshe-barmy-664035
Автор:
Читайте нас: