Айырым алғанда, ул ябығыуға ла ярҙам итә. Табиптар артыҡ кәүҙә ауырлығынан ҡотолоу өсөн ашар алдынан ярты сәғәт ҡала бер стакан һыу эсергә кәңәш итә – бындай ғәҙәт әҙерәк ашарға күнектерә. Башҡа ыңғай яҡтары ла күп: ҡан ҡуйырмауға ярҙам итә, йөрәктең эш йөкләмәһен кәметә һәм эсәклектәр эшсәнлеген яҡшырта. Бынан тыш, үт ҡыуығы эшсәнлеген стимуллаштыра, һөҙөмтәлә ашҡаҙаны эшкәртеү системаһы әүҙемләшә. Лимон һуты ҡушылған йылы һыу эсеү биттең төҫөн яҡшырта, шешенеүҙе бөтөрә.
Фото: azned.net