Ауырыу орган гиперҡуҙғыусанға әүерелә, шуның һөҙөмтәһендә эпилепсия өйәнәктәре барлыҡҡа килә. Ул һәр ваҡыт аңды юғалтыуға һәм тән тартышыуына килтермәүе лә бар. Өйәнәктең билдәләре мейенең ниндәй өлөшө зарарланыуына бәйле. Мәҫәлән, ҡайһы бер осраҡта пациенттарҙы насар еҫ һәм тәм генә яфалай. Ҡайһы бер балаларҙа эпилепсия өйәнәге ҡаш тартышыуы һымаҡ ҡына үтә. Бер үк хәрәкәтте туҡтауһыҙ ҡабатлау ҙа ауырыуҙың билдәһе булыуы мөмкин. Кемдәлер кинәт кенә мускулдарҙың хәлһеҙләнеүе һиҙелә. Шулай уҡ телмәр боҙолоуы, тәндең бер яҡ өлөшөндә нидәйҙер үҙгәреш булыуы ла – эпилепсияға хас билдәләр. Баш мейеһенең ике ярымшарында ла әүҙемлек көслө булғанда кеше ҡатып ҡалыуы ихтимал.
Ҡайһы бер пациенттарҙа өйәнәк төнгө мәлдә генә күҙәтелә. Уны «төнгө эпилепсия» тип тә йөрөтәләр. Ҡаты йоҡо мәлендә йәки ҡапыл уянғанда, шулай уҡ иртә уятҡанда йоҡо туймауҙан өйәнәк ҡабатланыуы ихтимал.
Нимәнән барлыҡҡа килә?
Уның сәбәбе төрлө булыуы мөмкин: инфекциялар, ниндәйҙер аминоксилоталар етмәү сәбәпле баш мейеһендә матдәләр алмашыныуының боҙолоуы, баш мейеһенең төҙөлөшөндәге етешһеҙлектәр, кешенең иммун системаһының боҙолоуы, генетик үҙгәрештәр һ.б.
Эпилепсия өйәнәге шуныһы менән хәүефле: иң ауыр осраҡта ул үҙе генә туҡтамай. Был осраҡта пациентҡа реанимация шарттарында дауалау талап ителә.
Бынан тыш, ауырыу мейе үҫешенә йоғонто яһай. Баланың хәтере насарая, уҡыуҙа ауырлыҡтар барлыҡҡа килә, тәртибе үҙгәрә. Быны ваҡытында дауалау зарур.
Нисек ярҙам итергә?
Иң тәүҙә баланы хәүефһеҙ урынға уңайлы һалырға, баш аҫтына мендәр йә йомшаҡ әйбер ҡуйырға. Баланың ауыҙын шаҡарып, унда нимәлер тығырға маташырға ярамай. Сирлене ҡурҡытыуығыҙ һәм йәрәхәтләүегеҙ генә бар.
Әгәр ҙә эпилепсия өйәнәге тәүге тапҡыр булһа, мотлаҡ «Ашығыс ярҙам» саҡыртығыҙ.
Был хәлдә мейегә ҡан һауыуға һәм энцифалитҡа юл ҡуймау мөһим. Өйәнәк оҙаҡ дауам иткән осраҡта ла «Ашығыс ярҙам» саҡыртыу кәрәк.
Башҡа осраҡта баланы хәүефһеҙ итеп һалып, тән тартышыуының туҡтауын көтөргә генә ҡала. Һуңынан неврлогҡа мөрәжәғәт итергә мөмкин.
Дауалау
Тәүге дауалау сараһы булараҡ, көҙән йыйырыуға ҡаршы препараттар тәғәйенләнә. Әммә 30 – 35 процент осраҡта дарыуҙарҙың ярҙам итмәүе мөмкин. Бындай мәлдә табиптар хирургик дауалау ысулы тураһында һүҙ алып бара.
Бынан тыш, эпилепсияны дауалау өсөн ҡулланылған дарыуҙарҙы тулыһынса хәүефһеҙ тип әйтеп булмай. Уларҙың организмға кире йоғонтоһо ҙур ғына: баш әйләнеүҙән алып түллек биҙе ауырыуҙарына һәм бауырҙы зарарлауға тиклем.
Белгес һеҙгә яраҡлы дауаланыу курсы тәғәйенләй алһын өсөн, табипты сәләмәтлеккә бәйле проблемаларығыҙ тураһында алдан иҫкәртеүегеҙ мөһим.
Пациенттарҙң 70 процентында ауырыуҙың клиник ремиссияһына өлгәшергә мөмкин. Был осраҡта кешене бер нәмә лә борсомай. Әгәр ҙә балала эпилепсия әүҙемлеге һәм өйәнәге күҙәтелмәй икән, бер нисә йылдан һуң көҙән йыйырыуға ҡаршы препараттарҙы ҡулланыуҙы туҡтатырға була.
Ауырыуҙы иҫкәртеп буламы?
Юҡ. Эпилепсия – нервы системаһы ауырыуы һәм ул кешенең йәшенә, енесенә, социаль статусына ҡарамаҫтан, тормошоноң ниндәйҙер этабында башланыуы ихтимал. Йыш ҡына ауырыуҙың тәүге билдәләре бала саҡта күренә башлай
Кәңәштәр
Эпилепсия менән сирләүсе пациентҡа мотлаҡ йоҡоһо туйғансы йоҡлау кәрәк. Сөнки йоҡо туймау өйәнәктең ҡабатланыуына килтерә. Шулай уҡ нисек ауырыуына ҡарап, һәр кемгә айырым сикләүҙәр булыуы ихтимал. Мәҫәлән, яҡтылыҡты ауыр кисереүсе балаларға махсус күҙлектәр тәҡдим ителә.
Сажиҙә Лотфуллина.
Фото: bbsmp.ru