Төндә һөйләшеүҙең төп сәбәбе – стресс, уй-кисерештәр, тетрәнеүҙәр, ҙур шатлыҡ/ҡайғы һ.б. Көн ваҡиғаларға бай булыу сәбәпле, кеше йоҡларға ятҡанда ла уның ҡуҙғыған мейеһе уй-кисерештәрҙән тулыһынса арынып, тынысланып өлгөрмәй. Мейе ҡабығының телмәр функциялары өсөн яуап биргән өлөшө лә ҡуҙғыған булғас, кеше һаман да, йәғни йоҡо аралаш та һөйләшә. Балалар эмоцияға тиҙ бирелеүсән, барыһын да йөрәккә яҡын алыусан булыу сәбәпле, өлкәндәр менән сағыштырғанда, күберәк һаташа. Тимәк, һаташыу балаларға ла, ололарға ла хас.
Психологтар фекеренсә, һаташыусының һүҙҙәренән сығып, уның холҡон да билдәләп була. Йоҡо аралаш һөйләшеүсе ипле, матур, йә иһә мәғәнәһеҙ, ҡыҙыу телмәр тотоуы ла бар. Кемдер шыбырлап һөйләшә, икенселәрҙең нимә әйткәне аңлашылмай, бәғзеләр бөтөнләй ҡысҡырып ебәрә. Мәҫәлән, йоҡлаған кеше әрләшеү, ирешеү һүҙҙәрен әйтә икән, тимәк, тормошта ул уҫал, ҡаты. Көндөҙ үҙенең асыуын тыйып йөрөгән хәлдә лә, төндә был агрессия һаташыу аша сығыуы ихтимал.
Һаташыу, ғәҙәттә, йоҡоноң I һәм II стадияһында, йәғни кеше ҡаты йоҡоға бирелмәҫ борон була. Артабан ул ҡаты, яҡшы йоҡоға тала һәм йоҡо аралаш һөйләшеү ҙә туҡтай. Йәғни, кемдер йоҡларға ятҡан ыңғайы бер нисә һүҙ әйтеп, аҙаҡ тынысланып, ә иртәнсәк яңы көс, яҡшы кәйеф менән торҙо икән, борсолоуҙарға урын юҡ. (әгәр йоҡо аралаш һөйләшеү төнө буйы дауам итһә, йоҡо аралаш теш шығырлатыу, йоҡлаған килеш йөрөү һ.б. булһа, мотлаҡ неврологҡа мөрәжәғәт итергә кәрәк.)
Фән һаташыу күренешен күптән өйрәнеүгә ҡарамаҫтан, һаман да уның асылына төшөнә алмай. Нисек кенә булмаһын, табиптар төндә ҡысҡырыуҙы, һөйләшеүҙе тәбиғи, зыянһыҙ күренеш тип атай. әгәр яҡын кешегеҙҙең йоҡо аралаш һөйләшеүҙәренә шаһит булырға тура килә икән, борсолмағыҙ, тыныс булығыҙ. Ҡурҡмағыҙ һәм һаташыусыны ла борсомағыҙ, уятмағыҙ.
Дөйөм алғанда, һәр кемгә лә йоҡлар алдынан өйҙә тыныс атмосфера булдырыу мотлаҡ. Йоҡо алдынан телевизор ҡарау, копмьютер уйындары уйнау бөтөнләй урынһыҙ. Йоҡо бүлмәгеҙ елләтелгән, бер аҙ һалҡынсараҡ, ә үҙегеҙ тынысланған хәлдә булһағыҙ, яҡшы, тәмле йоҡо үҙе һеҙгә “йүгереп килер”.