-14 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
24 Июнь 2025, 12:17

Йәшлек рецебы

Моғайын, шытҡан бойҙай тураһында күбегеҙ ишеткәне барҙыр? Һыуҙа тәүлек эсендә шытып сыҡҡан бойҙайҙың йәшәү көсө 100 тапҡырға арта. Әммә шытҡан Әстерхан сәтләүегенең уникаль рецебы тураһында бик аҙҙар белә, уның йәшәү көсө 2 аҙна эсендә һыуҙа 1000 тапҡырға арта, вәт!

Рецепт: 1 килограмм таҙартылмаған Әстерхан сәтләүегенә һалҡын һыу һалырға. Һыу емеште ҡапларға тейеш. Тәҙрә төбөндә 2 аҙна тоторға, һыуҙы бер көндән алыштырырға. Тәүлегенә 2 тапҡыр сәтләүекте болғатып торорға кәрәк. 2 аҙнанан улар ҡулланырға әҙер була. Әҙер емеште һыуытҡыста (аҫта) шул уҡ һыуҙа тоторға кәрәк. Көндәлек норма – иртән һәм кис 3 таҙалаған сәтләүек ашарға.
Был рецепт һеҙгә организмды яңыртыу, күҙәнәктәр дәрәжәһендә йәшәреү, иммун һәм нерв системаһын тергеҙеү, ҡан әйләнеше системаһын таҙартыу, организмдың һөйәк туҡымаһының туҡланыуына килтерәсәк. Ашҡаҙан аҫты биҙенең эшсәнлеге боҙолғанда (панкреатит) һаҡлыҡ менән ҡулланырға.

Фото: tulpar.info

Читайте нас