-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
25 Сентябрь 2025, 12:00

Яман шеште дауалап булырмы?

Ғалимдар ай ярым эсендә МРНК-вакцинаһы менән яман шештән дауалаҙы башларға әҙер. Был хаҡта Гамалея исемендәге ғилми-тикшеренеү үҙәге директоры Александр Гинцбург белдерҙе. "Төркөмдәге ауырыуҙар формалаштырылды, уларҙың персональ генетик мғлүмәттәре асыҡланған һәм беҙ бер ай - ай ярым ваҡыт эсендә уртаҡ тырышлыҡтар менән уларҙы дауалауға әҙербеҙ", – тигән бик өмөтлө белдереү яһаған Гинцбург.

Яман шеште дауалап булырмы?
Яман шеште дауалап булырмы?

Вакцинаны Гамалея исемендәге эпидемиология һәм микробиология милли-тикшеренеү үҙәге әҙерләй. Препарат неоантигендар нигеҙендә яһалған.

Рәсәйҙә яман шешкә ҡаршы яһалған вакцина дарыуханаларҙа һатылмаясаҡ, сөнки ул һәр конкрет ауырыуҙың үҙенсәлектәрен иҫкә алып етештерелергә тейеш. Һәр пациент өсөн индивидуаль препарат әҙерләү эшенең төп ҡатмарлығы ла булған. Үткәрелгән тикшеренеүҙәр уның юғары һөҙөмтәлелеген һәм зарарһыҙ булыуын күрһәткән.

Ғалимдар яман шешкә ҡаршы дарыу уйлап сығарыуҙары хаҡында ваҡыт-ваҡыт рәсми белдереү яһап килделәр. Әле инде был ҙур эш тормошҡа ашып, яман шеш менән яфаланыусыларҙы, ниһайәт, үлем тырнағынан йолоп ҡалырға ярҙам итһә ине!..

Фото: lipetskmedia.ru

 

Автор:
Читайте нас