Таж-зәхмәт тә онотолмай
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, 2023 йылдың майында Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы коронавирус пандемияһының тамамланыуы тураһында иғлан итте. Әммә был COVID-19 хәҙер бөтөнләй юҡ тигәнде аңлатмай. Вирус беҙҙең менән ҡалды, тик ул киҫкен респиратор инфекцияһынан һәм гриптан ҡурҡынысыраҡ түгел.
Әйткәндәй, коронавирус инфекцияһы ла миҙгелле булды. Әгәр йәйгеһен инфекция менән хәл тотороҡло ҡала икән, көҙ етеү менән сирлеләр һаны тиҙ арта башланы. Мәҫәлән, 16 сентябргә ҡарата тәүлегенә 82 сир осрағы асыҡланған. Сағыштырыу өсөн, бер аҙна элек тәүлегенә 50-гә яҡын сирле асыҡланған, ә ярты ай элек көн һайын 30-ға яҡын кеше сирләгән. Ковидтан 93 пациент стационарҙа, 834 кеше амбулатор дауалана.
Башҡа инфекциялар кеүек үк, коронавирус та үҙгәреүгә яраҡлашҡан. Мәҫәлән, хәҙер Рәсәйҙә "Стратус" яңы штаммы әүҙем тарала. Ул билдәле "Омикрон"дың варианты булып тора. Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе урынбаҫары Елена Шакирова һүҙҙәренсә, элеккеһе менән сағыштырғанда ҡайһы бер үҙгәрештәргә ҡарамаҫтан, ковидтың яңы төрө, нигеҙҙә, еңел формала кисерелә һәм айырым иҫкәртеү сараларын талап итмәй.
"Сирҙең бер аҙ артыуы ихтимал булһа ла, яңы коронавирус инфекцияһы миҙгелле ауырыуҙар реестрына индерелгән, шуға күрә күмәк сикләүҙәр, шулай уҡ мотлаҡ битлек режимы планлаштырылмай. Элеккесә хәүеф төркөмөндә - бөтә миллионлы ҡалалар", - тип аңлатма бирҙе эксперт.
Табип-инфекционист Ләйсән Садиҡова эпидемия миҙгелендә пневмония менән сирләгән пациенттарҙың күбәйеүен аңлатты. Уның менән кешеләр йыл әйләнәһенә ауырый ала, әммә көҙгө-ҡышҡы осорҙа сирҙең артыуы күҙәтелә. "Ғәҙәттә, кешеләр вируслы инфекциялар, мәҫәлән, коронавирус инфекцияһы, грипп менән зарарланғанда, пневмония менән сирләүселәр һаны арта", - тип аңлатты табип.
Дауалауға ҡарағанда иҫкәртеү еңелерәк
Киҙеүҙән һаҡланыуҙың һөҙөмтәле ысулы булып элеккесә вакцинация ҡала. Роспотребнадзор мәғлүмәттәре буйынса, республикаға 505 меңдән ашыу доза вакцина килтерелгән, шул иҫәптән өлкәндәр өсөн - 246 мең доза "Совигрипп", "Флю-М" һәм балалар өсөн 258 мең доза "Ультрикс". Әлегә 389 меңдән ашыу кешегә вакцина яһалған. Коллектив иммунитет барлыҡҡа килеү өсөн төбәктә бөтәһе 2 миллионға яҡын кешегә прививка яһатыу планлаштырыла. "Беҙҙең медицина ойошмалары вакциналарҙың 40 процентын файҙаланған, сентябрь аҙағында тағы килә. Процедураға алдан яҙылырға саҡырабыҙ, әммә бынан алда табип ҡарарға тейеш", - тип билдәләне Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының амбулатор медицина ярҙамы күрһәтеүҙе ойоштороу бүлеге етәксеһе Альбина Танһыҡҡужина.
Билдәләнеүенсә, 6 айлыҡ балаларға, мәктәп уҡыусыларына, юғары уҡыу йорттары һәм колледж студенттарына, медиктарға, педагогтарға, транспорт һәм коммуналь өлкә хеҙмәткәрҙәренә, 60 йәштән өлкәндәргә, йөклөләргә, призывниктарға һәм хроник үпкә ауырыуҙары, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, һимереү һәм метаболизм боҙолоуы менән сирләгән кешеләргә киҙеүҙән бушлай прививка яһала.
"Зубово" инфекция үҙәге табип-инфекционисы Ләйсән Садиҡова эпидемия миҙгелендә шәхси гигиенаны үтәү, йышыраҡ ҡулдарҙы йыуыу, биналарҙы елләтеү, мөмкин тиклем ауырыуҙар менән аралашмау, һыуыҡтан ҡасыу, спорт менән шөғөлләнеү мөһим булыуын иҫкә төшөрҙө. Ә вирус инфекцияларының тәүге билдәләре барлыҡҡа килһә, үҙ-үҙеңде дауалау менән шөғөлләнеү урынына шунда уҡ табипҡа мөрәжәғәт итеү яҡшыраҡ.
Ләйсән ЗАКИРОВА.
https://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=7551
Фото: www.9111.ru