-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
18 Декабрь 2025, 20:25

Куркума тураһында нимә беләһегеҙ?

Куркуманан яһалған эсемлекте даими ҡулланыу онкология сирҙәренән, инфаркттан, инсульттан һаҡлай икән. Уны эсә башлау менән көсөгөҙ артыуын, хәл инеүен тойорға була. Һеҙгә рецебын тәҡдим итмәксебеҙ. 

Куркума тураһында нимә беләһегеҙ?
Куркума тураһында нимә беләһегеҙ?

Ул түбәндәгесә әҙерләнә: бер стакан ҡайнар һыуға 1/4 балғалаҡ куркума һалып, бер-ике минут тоторға һәм бер балғалаҡ лайм (лимон булһа ла ярай) һуты, бер балғалаҡ шәкәр өҫтәп бутарға. Файҙалы үҙенсәлеген көсәйтеү өсөн бер аҙ киптерелгән имбир тамыры ла өҫтәргә мөмкин.

Һөт ҡушып та әҙерләргә була. Бының өсөн бер стакан йылы һөткә 1/4 балғалаҡ куркума һалып, 5 минут тоторға, һуңынан бер балғалаҡ бал өҫтәп болғарға.

Фото: axilles.by

https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2025-06-12/kurkumany-fay-a-yn-bel-4274806

Автор:
Читайте нас