-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
7 Ғинуар , 11:35

Быны һәр кем эшләй ала

Тубыҡ быуындары һыҙлаһа, һуған ярҙам итер. Бер тубыҡҡа ҙур ғына башлы һуған алына. Уны уртаға ҡырҡып, тубыҡтың ике яғына һалып, бинт менән нығытып бәйләп ҡуйырға кәрәк. Бындай компресты төнгөлөккә ятыр алдынан эшләйбеҙ, иртән сисәбеҙ. Ауыртыу баҫыла, ә бер нисәне эшләгәндән һуң, бөтөнләй үтеүе ихтимал.

Быны һәр кем эшләй ала
Быны һәр кем эшләй ала

Миҙгелле инфекциялар ваҡытында ла һуған һөҙөмтәле ҡулланыла. Ундағы фитонцидтар һауалағы микробтар менән көрәшеүсе сара булараҡ билдәле – уның өсөн туралған һуғанды өҫтәлдә асыҡ ҡалдырыу ҙа етә.

Һыуыҡ тейҙереп ауырыған саҡта, ятыр алдынан табанға яңы һығылған һуған һуты һылап, йоҡа ойоҡ кейеп ятырға мөмкин.

Ә. Ғиззәтуллина.

Фото: ru.freepik.com

"Башҡортостан" гәзитенән.

 

 

Автор:
Читайте нас