-13 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
15 Ғинуар , 11:25

Варикозды иҫкәртеү

Варикозды иҫкәртеүПериферик ҡан тамырҙарының иң киң таралған ауырыуҙарҙың береһе булып, аяҡ-ҡул тамырҙарының варикоз ауырыуы һанала.Сирҙең нигеҙендә веноз клапандарының анатомик етешһеҙлеге ята. Олоғайған һайын быға веноз стенаһындағы төрлө тайпылыштар өҫтәлә. Һөҙөмтәлә - өҫкө веналарҙың киңәйеүе, ҡан тамырҙары стеналарының тарайыуы, сығып торған төйөндәрҙең барлыҡҡа килеүе һәм аяҡтың аҫҡы өлөшөндә ҡан ағымының боҙолоуы күҙәтелә.

Варикозды иҫкәртеү
Варикозды иҫкәртеү

Ауырыуҙың үҫешенең башланыу механизмы тип веноз клапандарының нормаль эшләмәүе һанала, һөҙөмтәлә, кире ҡан ағымы барлыҡҡа килә. Был веноз тайпылышы эшкә яраҡлы йәштәге кешеләрҙә, йәштәрҙә йышыраҡ осрай, ә һуңғы йылдарҙа өлкән класс уҡыусыларында ла күп теркәлә. 
 
Хәүеф төркөмөндә:
- һөнәре арҡаһында оҙайлы статик көсөргәнеш кисергән, сәғәттәр буйы аяҡ өҫтөндә торорға мәжбүр кешеләр;
 - «ултыраҡ» һөнәр эйәләре һәм аяҡты аяҡҡа һалырға яратыусылар;
- аяҡтарының аҫҡы өлөшөнә ҙур көс төшкән спортсылар (ауыр атлетика, теннис һәм башҡалар);
- бейек үксәлә йөрөргә яратыусылар;
- кофе эсергә, тәмәке тартырға яратыусылар, алкоголь ҡулланыусылар;
 - дөйөм алғанда, аҙ хәрәкәтсән тормош алып барған, артыҡ ауырлыҡтары булған кешеләр;
 - йөклө ҡатындар;
- гормональ препараттар ҡулланырға мәжбүр булғандар;
- яҡын туғандарында варикоз киңәйеүе булғандар. 
 
Ауырыу нисек үтә?
 
Башланғыс стадияларында варикоз киңәйгән өҫкө веналар - "ҡан тамырҙары селтәре" менән генә сағыла. Сир көсәйгән һайын аяҡтарҙа ауырлыҡ һәм ныҡ арығанлыҡ тойоу, уларҙың яныуы, ҡайһы берҙә төнөн тартышыуы, шешеүе борсой башлай. Был симптомдар көндөң аҙағында, оҙайлы көсөргәнеш һәм эҫе һауа торошонда айырыуса асыҡ сағыла. Былар барыһы ла хроник веноз етешмәүсәнлегенең барлыҡҡа килеүен күрһәтә. 

Ауырыу әкрен, йылдар, ҡайһы берҙә тиҫтә йылдар дауамында үҫешә. Уның аҙыуына юл ҡуймау мөһим, сөнки һуңынан өҙлөгөүҙәр (экзема, дауаланмаған яралар, трофик язвалар, ҡан тамырҙары тромбозы һ.б.) барлыҡҡа киләсәк. Ниндәй симптомдар булһа ла, флебологка мөрәжәғәт итергә кәрәк. Табип ауырыуҙың стадияһына ҡарап, дауалау тактикаһын һайлай.

Әлеге ваҡытта дауалау ысулдары сифатында консерватив ысулдар (компрессион трикотаж ярҙамында һығылмалы компрессия һәм һығылмалы бинттар менән урау, венотоник препараттарҙың курс алымдары) һәм оператив дауалау ҡулланыла. 

Һис шикһеҙ, лазер һәм радиойышлыҡ ысулы, ҡан тамырҙарын склерозировкалау ярҙамында травматик булмаған хирургик интервенцияларға өҫтөнлөк бирелә. Табипҡа барыуҙы оҙаҡҡа һуҙмау мөһим, сөнки ҡан тамырҙарын алып ташлау буйынса радикаль етди операциянан башҡа бер нәмә лә ярҙам итмәүе бар.
 
Веналарҙың варикоз киңәйеүен иҫкәртеү

1. Мөмкин тиклем күберәк йәшелсә, емеш-еләк, клетчатка, С, А һәм В витаминдарына бай аҙыҡ-түлек менән туҡланығыҙ. Япраҡлы йәшелсә һәм кишер файҙалы. Ҡан тамырҙарын нығытыу өсөн Е витамины (үҫемлек майы, балыҡ, сәтләүек, көнбағыш, брокколи, татлы борос) һәм P витамины (картуф, йәшел сәй, әлморон) кәрәк. Веналарҙың нормаль һығылмалылығы өсөн иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар, йәшел һуған, һарымһаҡ кәрәк.

2. Көндәлек тормошта дөрөҫ тәртип:
- эҫе ванналар һәм мунса, ҡояшта оҙаҡ ваҡыт булыу менән мауыҡмағыҙ, улар ҡан тамыры тонусын кәметә һәм аяҡтағы ҡандың туҡтауына килтерә;
- артыҡ ауырлыҡ булһа, уны кәметергә кәрәк;
- күберәк хәрәкәт итеү, даими рәүештә физик культура менән шөғөлләнеү, йөрөү, йүгереү, йөҙөү, велосипедта һәм саңғыла йөрөү файҙалы;
- аяғығыҙҙы аяҡҡа һалып ултырмағыҙ, тар, ҡыҫып торған кейем, тар резинкалы ойоҡбаш, тығыҙ аяҡ кейеме кеймәгеҙ;
- "ултырып" эшләгәндә аяҡтар торошон йышыраҡ үҙгәртергә, аяҡтарҙы хәрәкәтләндерергә кәрәк, һәр сәғәт аҙағында тороғоҙ, бер урында атлағыҙ;
- әгәр һеҙ оҙаҡ торорға мәжбүр булһағыҙ, урында хәрәкәт итегеҙ, аяҡ осона күтәрелегеҙ һәм башҡалар;
- уҡығанда, телевизор ҡарағанда, ял иткәндә, аяғығыҙҙы эскәмйә, ултырғыс, мендәр, валик  ҡулланып, өҫкә ҡалҡытығыҙ;
- хеҙмәт көнөнән һуң аяҡ-ҡулдарығыҙға душта һалҡын һыу һибегеҙ.

3. Көндәлек махсус күнегеүҙәр бик файҙалы. Ябай, көндәлек эш араһында ла эшләргә мөмкин булған күнегеү: урындан 10-20 тапҡыр аяҡ осона күтәрелегеҙ, шул уҡ ваҡытта аяҡтар бер-береһенә параллель булһын.
Иҫегеҙҙә тотоғоҙ! Варикозды иҫкәртеүҙең төп ҡағиҙәһе булып, сәләмәт йәшәү рәүеше алып барыу һәм эште һәм ялды дөрөҫ ойоштороу тора. 

Үҙегеҙҙе һаҡлағыҙ һәм сәләмәт булығыҙ!
 
Виталий ТРОФИМОВ, табип-хирург.

 

Автор:
Читайте нас