Аппендицит (һуҡыр эсәк сире) – Ер йөҙөндә иң йыш осрай торған хирургик ауырыуҙарҙың береһе. Башта шуны әйтеп үтеү мөһим: борон медицина, хирургия булмаған дәүерҙә кешеләр был сирҙән барыһы ла тиерлек үлә торған булған. Хәҙер ҙә уның операцияһыҙ үҙенән-үҙе йүнәлмәүе, хатта үлемгә килтереүе хаҡында онотмайыҡ. Аппендицитты дауалау өсөн бөтә донъя медицинаһында танылған берҙән-бер юл – «аппендэктомия» тип аталған операция ысулы.
Баштараҡ медицинаға яҡын булмаған кешеләр өсөн аңлайышлы һәм ябай ғына телдә ҡыҫҡаса анатомик мәғлүмәт биреп китмәксемен. Кешенең аш һеңдереү тракты йотҡолоҡ, ҡыҙыл үңәс, ашҡаҙан, 15 – 20 метрға яҡын оҙонлоҡтағы нәҙек эсәк һәм бер нисә бүлеге булған йыуан эсәктән тора. Ана шул йыуан эсәктең иң тәүге өлөшө – һуҡыр эсәк, ә иң һуңғы өлөшө һәр кемебеҙ белгән тура эсәк тип атала. Һүҙ башыбыҙ булған әлеге сирҙең әтнәкәһе тап ана шул һуҡыр эсәк менән бәйләнешле лә инде. Ни өсөн «һуҡыр»? Әллә башҡа эсәктәрҙең күрә торған фунцияһы бармы икән, тип тә уйлай торғайным мин бала саҡта. Бына шул «һуҡырлыҡ»ты күҙ алдына килтереү өсөн һәр кемдең тиерлек өйөндә булған ҡул йыуғыс аҫтына эйелеп бағыу етә. Ысынлап та, беҙҙең йыуынған һыу туп-тура канализация торбаһына китмәй, ә «сифон» тип аталған ҡорама аша үтә. Иғтибар итһәк, тотонолған, йәғни бысраҡ һыу иң тәүҙә төбө стаканға оҡшашыраҡ булған (сантехниктар уны «стакан» тип тә атай) беләк йыуанлыҡ һауытҡа төшә. Шунан һуң ғына ана шул «стакан»дың өҫкөрәк бер өлөшөнә килеп тоташтырылған торба аша канализацияға юл ала. Сифон, беренсенән, канализация буйынан килә торған насар еҫте өйгә инеүҙән һаҡлаһа, икенсенән, һәр төрлө эреле-ваҡлы ҡыйҙарҙы артабан ебәрмәй, үҙендә тондороп ҡалдырыу функцияһын үтәй. Уға ғәйәт оҡшаш булған һуҡыр эсәк тә ниндәйҙер кимәлдә шундай эште башҡара. Йыуан эсәктең аҫҡа ҡарап торған бер башы стакан формаһында барып бөтәшкән өсөн дә эсәктең шул өлөшөн «һуҡыр эсәк» тип атағандар. Ә уның иң осонда нәҡ ямғыр селәүсененә оҡшаған ботаҡсаһы бар (латинса – аppendix vermiformis). Был сирҙең атамаһы ла ана шул латинса исемдән килеп сыҡҡан да инде. Эсендә лимфоид туҡымалары күп булған, сәтәкәй бармаҡтан да күпкә нәҙек был бәләкәс кенә ағза эсәк буйын һәр төрлө инфекцияларҙан һаҡлаусы барьер булып тора. Әммә бәғзе бер ваҡыт ниндәйҙер сәбәп менән зарарланып, ул шешә башлай һәм «киҫкен аппендицит» тип аталған сиргә килтерә. Ваҡытында хирургик юл менән киҫеп ташламаһаң, уның ярылып һәм эрендең эсәк араларына тулып, «гнойный перитонит» тип аталған ифрат етди ҡатмарланыуға (осложнение), хатта кешенең үлеменә килтереүе мөмкин! Бына шуның өсөн дә, иң ябай кимәлдә генә булһа ла, ошо сирҙең симптомдарын (билдәләрен) белеү һәр кемгә кәрәк, тип һанайым. Сөнки сирле кеше өсөн һәр сәғәте ҡәҙерле. Ни тиклем иртәрәк операция өҫтәленә ятһа, шул тиклем яҡшыраҡ була.
Был сир тиктомалдан, ҡапыл ғына башлана. Тәүҙә кеше эсенең бөтә урыны һыҙлап әрней башлай. Йыш ҡына осраҡтарҙа ауыртыу өҫкө бүлектәренән (ашҡаҙан тапҡырынан) башланып, бер нисә сәғәттән эстең уң яғының аҫҡы өлөшөнә күсә. Йөрәк болғанып, 1-2 мәртәбә ҡоҫтороуы ла мөмкин. Тән температураһы, ғәҙәттә, әллә ни юғары булмай (37,2 – 37,8 градус тирәһе). Сирле кеше салҡан йә уң яғында ятырға тырыша. Һул яҡҡа боролоп ятыуҙан, йүткергән һәм бер аҙ ғына көсәнгән ваҡытта ауыртыу көсәйеүсән. Ә тороп йөрөргә тура килһә, бындай кеше бер аҙ эйелә биреп, эсенең аҫҡы уң яҡ өлөшөн ҡулы менән баҫып, ипләп кенә атлай. Сөнки эстә эленеп торған ниндәйҙер бер йөк булып тойолған эсәк аҙ ғына һелкенеүҙән дә ныҡ ҡына сәнсә башлай. Аппендициттың иң йыш осраған билдәләренең береһе: ауыртҡан урынға ҡул менән әкрен генә баҫып торған бармаҡтарҙы ҡапыл алыуың була, сирле кеше ауыртыуҙан түҙмәй ҡысҡырып ебәреүе мөмкин.
Алда һанап кителгән симптомдарҙы ҡабат-ҡабат тикшергеләп, ваҡыт әрәм итер өсөн яҙманым. Диагноз ҡуйып, кешене нисек артабан дауалау – хирургтың эше. Шуға күрә эс ауырта башлау менән ауырыуҙы транспортировкалау сараһын күрә башлау кәрәк! Ял көнөмө ул йә иһә төн уртаһымы, бындай кешегә шунда уҡ «Ашығыс ярҙам» машинаһы саҡыртыу мотлаҡ. Берүк һәр төрлө халыҡ имселәренә, экстрасенс-маҙарҙарға барып, харап була күрмәгеҙ. Бәғзе берәүҙәр: «Грелка һал», – тип «файҙалы кәңәш» бирергә яратыусан. Тыңламағыҙ! Эсте йылытыу тик сирҙең көсәйеүенә генә килтерәсәк! Ауыртыуҙы баҫа торған анальгин, баралгин һымаҡ дарыуҙар эсеү ҙә тыйыла. Сөнки улар хәлде ваҡытлыса еңеләйтеп, хирург ҡараған мәлдә клиник картинаны юйыуы мөмкин. Өйҙә оҙаҡ ятыу үҙеңдең үлемеңде яҡынлатырға тырышыу менән бер. Шуны онотмағыҙ!
Бына шулай аппендицит һымаҡ ауырыуҙар ҙа ҡурҡыныс ул. Шуға күрә үҙебеҙҙең һаулығыбыҙға ҡарата битараф булмайыҡ.
Хәлил ҺӨЙӨНДӨКОВ,
отставкалағы хәрби табип.
Хаят ЙӘРМӨХӘМӘТОВА һүрәте.
https://yanshishma.com/articles/auly-y-bayly-y/2026-01-19/es-k-t-u-yr-bula-4541695