Ул дарыуға үрелмәне, ашығыс ярҙам да саҡырманы. Мөгәрәпкә төшә лә тоҙланған ҡыяр тултырылған банканы алып сыға. Баҡтиһәң, дарыу ошо банка эсендә икән. Ни өсөн тоҙланған ҡыяр ҡан баҫымын кәметә? Олатайым былай тип аңлатты: ҡыярҙағы тоҙ һәм ферменттар лайлалы тиресә аша инә, ҡыҫылған тамырҙарҙы киңәйтә, мейе баҫымдың тотороҡланыуы тураһында хәбәр ала. Биш-ун минуттан баш асыҡлана, ҡолаҡ шаулауы баҫыла, тын алыу еңелләшә.
Мин уны күҙәтеп торғаным булды: ҡыярҙы йоҡа ғына итеп телә лә тел аҫтына һала, йотмай. Ун минуттан һуң уның бер ни ҙә булмағандай баҡсала биҙрә-көрәк тотоп йөрөгәнен күреп, аптырашта ҡалаһың. Бәлки, ҡан баҫымын төшөрөүҙең халыҡ медицинаһында башҡа һөҙөмтәле ысулдары ла барҙыр, мин һеҙгә үҙем күргәнемде генә һөйләнем, кемгәлер ярҙам итеүе ихтимал”, -ти Асия ханым.
Д. Арыҫланова.
https://bashgazet.ru/articles/s-l-m-t-bulayy/2025-04-15/olatayym-an-ba-ymyn-daryu-y-t-sh-r-ine-4197859