*Бер стакан күләмендә кәбеҫтә алығыҙ, уға бер стакан һыу ҡойоғоҙ һәм 30 минут ҡайнап ултырған һыуҙа тотоғоҙ. Артабан уны һөҙөп, баштағы күләмгә етһен өсөн һыу өҫтәргә кәрәк. Килеп сыҡҡан төнәтмәгә 200 грамм бал өҫтәгеҙ. Йылы көйөнсә көнөнә 3- 5 тапҡыр яртышар стаканлап эсергә.
* Ярты ҡалаҡ алоэ һутын, ярты ҡалаҡ бал менән буташтырып, ошо ҡатнашманы бер- нисә минут ауыҙҙа тоторға, һуңынан йоторға.
*Йүткереү ныҡ йонсотҡанда ошондай дауа ҡулланып ҡарағыҙ:
1 стакан һөттө ҡайнатып сығарғас та уттан алығыҙ.
Бер ҡалаҡ аҡ май, бер ҡалаҡ бал алығыҙ.
Бысаҡ осонда сода, бер сей йомортҡа һарыһы,
3 тамсы 5 процентлы йод өҫтәгеҙ.
Балаларға көнөнә өс тапҡыр йылы килеш, яртышар стакан бирергә була.
Һыуытҡыста һаҡлағыҙ.
Марат Ишмөхәмәтов.
Фото: soc-net.ru