+5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Аллергиянан яфаланыусыларға еңелерәк буласаҡ

“Аллегарда” вакцинаһы Рәсәй Федераль миграция хеҙмәтенең иммунология институты тарафынан булдырылған. Клиник тикшеренеүҙәрҙең йомғаҡлау өлөшө бара. Быйыл ул вакцина рәсәйлеләр өсөн уңайлы булырға мөмкин. Хәҙерге ваҡытта ҡайын һеркәһенә аллергияны дауалауҙың иң һөҙөмтәле ысулы булып организмды аллергенға “эйәләштереүсе” АСИТ-терапия һанала. Әммә тотороҡло һөҙөмтә өсөн кәмендә өс йыл курс кәрәк.

Аллергиянан яфаланыусыларға еңелерәк буласаҡ
Аллергиянан яфаланыусыларға еңелерәк буласаҡ

Был ысулдан айырмалы булараҡ. “Аллергада” менән дауаланыу ике миҙгелгә етерлек буласаҡ. Яҡшы, һөҙөмтәгә беренсеһендә үк ирешергә мөмкин.

Яңы препараттың молекуляр составы үҙенсәлеге. Ул иммун системаһын аллергенға дөрөҫ яуап бирергә өйрәтә.

Препаратты пациенттарҙа 2024 йылдан бирле һынау яҡшы һөҙөмтәләр күрһәткән. Миҫал өсөн, үткән йылда уларҙың күпселеге өсөн сәскә атыу миҙгеле еңелерәк уҙған, аллергия симптомдары кәмегән йәки бөтөнләй булмаған.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығының баш аллергологы Муса Хәитов асыҡлыҡ индергән, препаратты киң күләм әйләнешкә кертеү пациенттарҙы 2027 йылғы миҙгелгә әҙерләргә мөмкинлек бирәсәк, сөнки вакциналауҙы сәскә атҡансы уҡ башларға кәрәк. Бер айлыҡ арауыҡ менән биш инъекциянан торған курс октябрҙән мартҡа ҡәҙәр үткәреләсәк.

Фото: tvspb.ru

Автор:
Читайте нас