-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Клиптар
3 Ноябрь 2022, 15:05

Күңелдәр оҡшаған яралы аҡҡошҡа...

Филүс Ҡаһировтың “Кейек ҡаҙ юлдары” йыры Артур Хәсәнов башҡарыуыда ил яҙмышында шул тиклем дә ҙур дәрәжәлә яңғырар тип кем уйлаған. Ул бит мобилизацияланыусылар гимны булып танылыу алды.

Күңелдәр оҡшаған яралы аҡҡошҡа...
Күңелдәр оҡшаған яралы аҡҡошҡа...

Илеш егете был йырҙы плацта, бергә мобилизацияланған хеҙмәттәштәре алдында йырлап, барыһының да йөрәген тетрәтте. Тиҙҙән яҡташтарыбыҙ махсус операция барған урынға юлланасаҡ, иҫән-имен генә йөрөп ҡайтһындар инде.

Филдүс Ҡаһиров ошо видеояҙманы күреп: “Артур иҫән-имен әйләнеп ҡайтҡас, был йырҙы концерттарымда һис шикһеҙ, дуэт менән йырларға тейешбеҙ”, – тигәйне. Йырсы Өфөләге концертына Артурҙың ата-әсәһен дә саҡырған.

Шулай ҙа, кисә Ҡазанда үткән концертына Филүскә Артурҙы саҡырыу бәхете тәтегән. Йырсыларҙың да, тамашасыларҙың да был мәлдә ниҙәр кисергәнен самаларға булалыр.

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: