+2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Клиптар
25 Ғинуар , 14:00

Моң ағыла

Сафуан ӘЛИБАЙ Моң уяна һиҙгер күңелдәрҙә,Ҡанатланып зәңгәр күктәргә.Һулар һауа, эсәр һыу шикелле,Йыр ҙа кәрәк ғүмер итергә.

Моң ағыла
Моң ағыла

Моң ағыла уйсан күңелдәрҙән,
Нурҙар һибелгәндәй ҡояштан.
Йырҙар булып, күпме быуат аша.
Үткән менән бөгөн тоташҡан.


Моң урғыла ярһыу йөрәктән,
Яҙҙар һымаҡ сыуаҡ ул моңдар.
Яңы юлдар беҙҙе яңы йырҙа
Осраштырып ҡына торһондар.

Фото: скриншот

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: