-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Клиптар
2 Февраль , 10:00

"Өфө йүкәләре" яңыса яңғыраны

«Ҙур рәхмәт, Гүзәл Асҡар ҡыҙы! Шәп бүләк. Яратҡан йырыбыҙ яңыса яңғыраны», — тине Ратмир Мәүлиев.

"Өфө йүкәләре" яңыса яңғыраны
"Өфө йүкәләре" яңыса яңғыраны

Баш ҡалабыҙҙың 450 йыллығы уңайынан Өфө мэры популяр йырсы Гүзәл Уразова башҡарыуында «Өфө йүкәләре» йырын тәҡдим итте. Ул башҡаларға ла Рим Хәсәновтың Назар Нәжми шиғырына ижад иткән легендар йырын башҡарып, #Өфөйүкәләре хештегы менән социаль селтәргә һалырға тәҡдим итте.

«Өфө йүкәләре» — күптәрҙең яратҡан йыры, Өфөнөң гимны тиһәк тә яңылыш булмаҫ. Ратмир Рәфил улы, был йырҙы Гүзәл һин башҡарһаң, шәп булыр ине, тигән теләк белдергәс, бик теләп башҡарҙым. Һеҙгә оҡшар тип уйлайым. Бөгөндән барлыҡ музыкаль майҙандарҙа!», — тип хәбәр итте Гүзәл Уразова.

Фото:allufa.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: