— Беҙҙе һәр ерҙә яҡшы ҡаршы алалар, ресторандарҙа таныйҙар, төрлө тәмлекәстәр менән һыйлайҙар. Беҙ аҙна буйына федераль киң мәғлүмәт сараларына саҡыралар — журналдар өсөн фотоға төшәбеҙ, телевидениела ток-шоуҙа ҡатнашабыҙ. Мәскәүҙән ҡайтҡас, клип төшөрә башлайбыҙ, — тип музыкант Ринат Рамаҙанов. — Социаль селтәрҙәрҙә фанаттар беҙҙең снипеттарҙан клип эшләгән, әйткәндәй, уны 7 миллион тапҡыр ҡарағандар. Мин студент сағымдан уҡ башҡорттар, ҡурай, Урал батыр хаҡында республикабыҙҙан ситтә лә танылыу яулар тип әйтә торғайным.
Фото: башинформ