Клиптың премьераһынан һуң артистар бинаның ҡыйығында өс яңы йырын башҡарҙы. Бынан һуң тамашасылар уларҙан йәнә «Homay» йырын башҡарыуҙы һораны, һәм музыканттар үтенесете кире ҡаға алманы.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Ay Yola халыҡ-ара танылыу яуланы: уларҙың йырҙары 30 илдең Топ-10 чарттарына инде, ә Shazam сервисында улар Леди Гага һәм Бруно Марс кеүек донъяла билдәле йондоҙҙарҙы уҙып китте.
Яңыраҡ Ay Yola төркөмө музыканттары дәүләт наградалары алдылар. Был тарихи тантана булды: республикала тәүге тапҡыр диджей «Башҡортостандың атҡаҙанған артисы» исемен алды! Руслан Шәйхетдинов (DJ Ruslan Sever), коллективтың музыкаль продюсеры. Бынан тыш, беренсе тапҡыр атай менән ҡыҙы бер көндә наградаларға лайыҡ булды: Русландың ҡыҙы, төркөмдөң солисы Адель Шәйхетдиноваға ла атҡаҙанған артист исеме бирелде. «Арғымаҡ» төркөмө буйынса билдәле солист Ринат Рамаҙанов «Башҡортостандың халыҡ артисы» тигән маҡтаулы исем менән бүләкләнде.
https://bash.bashinform.ru/news/culture/2025-05-07/f-l-ay-yola-t-rk-m-homay-yyryna-klipty-k-r-tte-4226602