+19 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
23 Ғинуар 2022, 14:10

Арҡам һыҙлап киттесе...

Бауырҙа ауырыу барлығын хәбәр итеүсе ике билдә бар. Сәләмәт бауыр организмға инфекцияларға ҡаршы көрәшергә ярҙам итә, ҡанды таҙарта һәм матдәләр алмашыныуында мөһим роль уйнай.

Арҡам һыҙлап киттесе...
Арҡам һыҙлап киттесе...

Май баҫыу – был ағзала шаҡтай киң таралған ауырыу. Ул бауырҙың 5 – 10 процентын яулап алғас, үҙен һиҙҙерә башлай. Табиптар әйтеүенсә, төп билдәһе – эс ҡабарыу. Әгәр ҙә газлы эсемлектәр, ашамлыҡ менән бәйле булмаһа, табипҡа мөрәжәғәт итеү мөһим.

Тағы ла бер киҫәтеү – эс ауыртыу. Бауыр ауыртыуын йыш ҡына бөйөр, уң яҡ ҡул башы, арҡа ауыртыуы, әммә күп осраҡта эс ауыртыуы менән бутайҙар.

Күпселек сораҡта май гепатозы етди проблемалар тыуҙырмай һәм бауырҙың эшмәкәрлегенә ҡамасауламай, әммә кешеләрҙең 7 – 30 процентында ауырыу ваҡыт үтеү менән көсәйә. Беренсе этапта бауыр ялҡынһына, бул уның туҡымаһына зыян һала. Унан һуң ағза зыян күргән урында төйөр барлыҡҡа килә, был процесс “фиброз” тип атала. Ә был иһә циррозға килтерергә мөмкин. 

Һау булайыҡ, иғтибарлы булайыҡ, ауырымайыҡ, дуҫтар!

Фото: 123ru.net

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в