+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
31 Ғинуар 2022, 11:10

Үҙгәрештәр бөгөндән ғәмәлгә инә

Ил антирекордҡа ҡаршы көрәшә – тәүлегенә йөҙәр меңдән дә артыҡ кеше ауырый. Башҡортостанда ауырыуҙарҙың 95% сирҙе еңел үткәрә, дауаханаға һалыу талап ителмәй, бөтә ауырлыҡ поликлиникаларға ята.

Үҙгәрештәр бөгөндән ғәмәлгә инә
Үҙгәрештәр бөгөндән ғәмәлгә инә

Медицина университетының меңдәрсә студенты һәм ирекмәндәр ярҙамға килә. Элек лабораториялар көнөнә биш-һигеҙ мең тест эшләй ине, хәҙер 35-38 мең. Шуға күрә: Дүшәмбе, 31 ғинуарҙан, өлкәндәр өсөн поликлиникалар яңы график буйынса - ял көндәрһеҙ иртәнге 7-се яртынан киске 10-ға тиклем эшләй. Балалар поликлиникалары әлегә әүәлге режимда - иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 8-гә тиклем. Хәҙер дәүләт дауаханаһында ПЦР-тесты 7.30-ҙан 19.30-ға тиклем тапшырырға мөмкин. Дәүләт лабораториялары тәүлек әйләнәһенә эшләү режимына күсә. Элекке ҡағиҙәләр: хәлһеҙлек тойһағыҙ, температурағыҙ күтәрелһә, 122 телефоны буйынса йәки поликлиникағыҙ регистратураһына шылтыратығыҙ. Шулай уҡ Дәүләт хеҙмәттәре аша яҙылырға мөмкин.

Фото: bashdp.ru         

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: