-23 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
31 Ғинуар , 09:00

Иртәнге ашты ашамайса ҡалдырмағыҙ!

Ә һеҙ беләһегеҙме, иртәнге аш менән беҙ көнө буйы етерлек энергия запасы алабыҙ.

Иртәнге ашты ашамайса ҡалдырмағыҙ!
Иртәнге ашты ашамайса ҡалдырмағыҙ!

Ошо мәлдә дүрттән бер күләмендәрәк ризыҡ ашау хәйерле. Файҙалы иртәнге аш ошондайыраҡ  аҙыҡтарҙан булырға тейеш: һөт ризыҡтары (аҡһым һәм кальций), бутҡа (оҙаҡ үҙләштерелеүсе углеводтар), еләк-емеш (витаминдар һәм күҙәнәкле ашамлыҡ).

Йәшәү өсөн организмыбыҙға даими һәм файҙалы матдәләр кәрәк. Быларҙың барыһын да беҙ аҙыҡ-түлек аша алабыҙ. Ашҡаҙаны системаһында ризыҡ киҫәктәре уның һуты ярҙамында эшкәртелә. Һөҙөмтәлә, ашамлыҡ бик ваҡ киҫәктәргә – туҡлыҡлы матдәләргә тарҡала һәм ашҡаҙанынан ҡан тамырҙарына юллана. Ә ҡан уларҙы организмдың кәрәкле урындарына илтеп еткерә.

Аҙыҡ аша организм ошондайыраҡ матдәләрҙе ала:

углеводтар – улар беҙгә энергия бирә;

майҙар – энергия запасы бирә һәм организмдың эшсәнлегендә ҡатнаша;

аҡһымдар – төҙөлөш материалы;

витаминдар – сәләмәт булырға ярҙам итә;

һыу – унан башҡа бер организм да йәшәй алмай.

Фото: gp5-sochi.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в