+20 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
4 Февраль 2022, 11:00

4 февраль – Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнө

Организмда биологик күҙәнәктәр күп төрлө. Улар төрлө тиҙ­лектә алмашынып, яңырып тора. Күҙәнәктәр үҙ туҡымаһы тирәһендә генә бүленә лә туҡтай, сөнки артығы кәрәкмәй. Бүленгән ваҡытта төрлө тиҫкәре тәьҫирҙәр һөҙөмтәһендә төҙөк булмаған күҙәнәктәр ҙә килеп сыҡҡылай. Организм уларҙы һиҙеп ҡала һәм юҡ итеп тора. Бөтә ғүмер дауамында шулай.

4 февраль – Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнө
4 февраль – Бөтә донъя яман шешкә ҡаршы көрәш көнө

Кире тәьҫирҙәр саманан ашып китһә, өҫтәүенә, боҙоҡ күҙәнәктәргә ҡаршылыҡ күрһәтеү һәләте лә ныҡ кәмеһә, улар тыйылғыһыҙ күп бүленә башлай. Бының һөҙөмтәһендә шештәр үҫеп сыға. Бер урында ғына әк­рен үҫеп килгәнен хәүефһеҙ шеш тип билдәләйҙәр. Тиҙ үҫеп, шеш күҙәнәктәре организмдың төрлө урындарына күсеп, тыйыл­ғыһыҙ бүленгәндә, был яман шеш була.
Яман шештәрҙең бер төрө – рак, ул - эпителий туҡымаһы күҙәнәктәренән сыҡҡан шеш. Ә тоташтырғыс туҡыма күҙәнәктәренән сыҡҡаны саркома була.
Яман шеш тыйылғыһыҙ үҫкәнлектән, башҡа ағзаларҙың эшсәнлеге ауырлаша. Уның күҙәнәктәре, өҫтәүенә, токсиндар бү­леп сығара. Шулар арҡаһында кеше үҙен насар хис итә.
Яман шеш ауырыуын дауалау­ҙа төрлө ысулдар ҡулланыла. Хирургия ысулы ярҙамында шеште киҫеп алалар. Күҙәнәктәрҙең бүленеүен, шештең үҫе­үен тыйып тороусы дарыуҙар бирәләр.
Яман шештең, шул иҫәптән рактың, күп сәбәптәре медицина фәненә мәғлүм. Шул сәбәптәр­ҙең 80 процентын иҫкәртеп була. Тимәк, бөтә һаҡланыу сараларын күргәндә, ошо хәтлем осраҡта яман шеш булмаҫ ине.
Рак барлыҡҡа килеүҙең сәбәптәре өлөшләп тә күрһәтелә: 30 – 35 процент осраҡта туҡланыу дөрөҫ булмағандан, 30 процент осраҡта тәмәке тартҡандан, 17 процент осраҡта ҡайһы бер вируслы ауырыуҙар кисергәндән, 4 процент осраҡта араҡы эскәнлектән, 2 процент осраҡта тирә-йүн зарарлы матдәләр менән бысратылғандан, 2 процент кешелә ул нәҫелдән бирелеүсән. Ә 5 процент осраҡта эш-шөғөл менән бәйле.
Күп яман шеш күҙәнәге бала саҡта уҡ хасил була. Ә сир булараҡ, 5 – 10 йылдан һуң ғына һиҙелеүе мөмкин. Сәләмәт тормош алып барғанда, 5 – 10 йыл эсендә был ҡурҡыныс күҙәнәктең юҡҡа сығыуы ла бар.
Рактан һаҡланыу өсөн һәр кеше белергә тейеш булған кә­ңәштәр бар, бына улар:
– тәмәке тартмаҫҡа. Тарт­ҡан кешеләргә төтөндө баш­ҡаларға еҫкәтмәҫкә. Тартыу сиренән дауаланырға;
– күп ашап, һимермәҫкә;
– бөтә мөмкинлектәрҙән файҙаланып, әүҙем һәм даими хәрәкәтләнеп йәшәргә;
– сирҙәрҙән һаҡланыуҙа ялҡауланмаҫҡа;
– йәшелсә-емеште көнөнә бер тапҡыр булһа ла ашап торорға, йышыраҡ та ярай;
– өлкәндәргә һыйыр майы сикле күләмдә генә кәрәк. Уны табип менән кәңәшләшеп билдәләп була;
– араҡы кеүек шыйыҡсалар – эсемлек тә, аҙыҡ та түгел, уларҙы эсеү бөтөнләй кәрәкмәй;
– тышта тура төшкән ҡояш нурҙарынан үҙ-үҙеңде  һаҡларға. Бының өсөн һаҡлағыс кейем, киң тирәсле эшләпә ҡулланырға, ышыҡ урында ял итергә кәрәк;
– нурҙар ярҙамында (ультрафиолет, солярий, рентген, радиактив тәьҫир, радон, иондар хасил иткән нурҙар, магнит ҡыры) дауаланырға йәиһә тикшерелергә уйлағанда һәр саҡ алдан табип менән кәңәшләшеү кәрәк;
– рак ҡурҡынысын тыуҙыр­ған инфекцияларҙан ваҡытында вакцинация эшләтергә;
– туйғансы йоҡларға. Иртә торорға булғанда, иртә йоҡларға ятырға;
– организм үҫеп еткәс кенә өйләнешергә.
Рак барлыҡҡа килеү ҡурҡынысын тыуҙырған канцероген матдәләр күп, улар тураһында мәғлүмәт – үҙе бер китап, бындай матдәле аҙыҡты, алдан белә тороп, ашай күрмәгеҙ! Көнкүрештә ҡулланылған канцероген матдәләрҙән һаҡланыу ҡағиҙәләрен дә үтәгеҙ. Был хаҡта белемде йә уҡып, йә табип менән кәңәшләшеп алырға була.

Марат ХӘЙҘӘРОВ,
табип.

Фото: cl-lab.info

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: