+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
9 Февраль 2022, 18:30

Мунса инегеҙ!

Мунса инеү – элек-электән килгән ғәҙәт. Һәр кемдең бындай саҡта йәне менән дә, тәне менән дә таҙа булғыһы килә. Ә бына япон ғалимдары мунса терапияһы кеше психикаһына ниндәй йоғонто яһауын ныҡлап тикшергән.

Мунса инегеҙ!
Мунса инегеҙ!

Даими рәүештә эҫе парға кереү, тәндең тумператураһы ҡыҫҡа ваҡытҡа күтәрелеп алыу һөҙөмтәһендә, организм микростресс кисерә. Һөҙөмтәлә, баш мейеһенең нерв системаһы стимуллаша һәм серотонин бүлеп сығара. Шуға ла мунса кергән кешенең кәйефе һәр саҡ күтәренке була.

Шулай уҡ мунса йөрәк һәм ҡан тамырҙары эшмәкәрлегенә яҡшы тәьҫир итә, айырыуса йөрәк эшсәнлегенең әүҙемлеген һаҡлауҙа ярҙамы ҙур. Даими мунса инеүҙең тағы ла бер яҡшы яғы бар, ул – тын юлдары системаһы ауырыуҙарынан һаҡланыу һәм дөйөм физик тонусты күтәреү өсөн файҙалы сара.

Әлбиттә, йөрәк һәм ҡан тамырҙары системаһы ауырыуы, ҡан баҫымы юғары булғанда сауна һәм мунсаға барырға ярамай. Әгәр тән температураһы юғары булһа, йәки организмда ялҡынһыныу процессы бара икән, был осраҡта ла эҫе мунса керергә ярамай. Инфекция, гинекология ауырыуҙары булғанда ла унда барырға кәңәш ителмәй.

Фото: burobiz.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: