Кешегә ҡояш нурҙары йоғонтоһонда етештерелә торған D витамины бик кәрәк. D витамины һөт продукцияһында, йомортҡала, лосось һәм тунец балыҡтарында бар.
Ноябрҙән мартҡа тиклем йыш ҡына В төркөмө витаминдары дефициты күҙәтелә. Улар стресслы хәлдәрҙе һәм депрессияны еңергә булышыусылар булып тора. В витамины бөртөклө культураларҙа, йәшел тәмләткестәрҙә, авокадола һәм шпинатта айырыуса күп.
Яҙғыһын, шулай уҡ, организмда тимерҙең етерлек булыуы ла бик мөһим, ул ҡан тамырҙарын һәм йөрәкте сәләмәт хәлдә тоторға ярҙам итә. Ҡышҡы хәлһеҙлектән һуң Омега-3 майлы кислоталары арығанлыҡ һәм насар кәйеф менән көрәшергә ярҙам итә, улар майлы диңгеҙ балыҡтарында һәм сәтләүектә күп.
Фото: fb.ru