+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Халыҡты диспансерлаштырыу тергеҙелде

Коронавирусҡа бәйле хәлгә арналған брифингта Башҡортостандың һаулыҡ һаҡлау министры Елена Ғәлимуллина диспансеризация үтеү тәртибенә ентекләп туҡталды.

Халыҡты диспансерлаштырыу тергеҙелде
Халыҡты диспансерлаштырыу тергеҙелде

“Республикала йәшәүселәр диспансеризацияға Дәүләт хеҙмәттәре порталы, поликлиникалағы регистратура йәки инфоматтар аша, 122 телефоны буйынса шылтыратып, дауалаусы табипта, шулай уҡ страховкалау медицина компаниялары ярҙамында яҙыла ала. Планлы диспансеризацияны 18 йәштән 39 йәшкә тиклемге кешеләр өс йылға бер тапҡыр, 40 йәштән өлкәндәр йыл һайын үтергә мөмкин”, – тип билдәләне.

Шулай уҡ брифинг барышында министр урынбаҫары коронавирус менән сирләгән кешеләр өсөн тәрәнәйтелгән диспансеризация үтеү хаҡындағы һорауға ла яуап бирҙе.

 “Әгәр ҡандың дөйөм анализында, сатурация буйынса (организмдың кислород менән тәьмин ителеүе) һәм ЭКГ һөҙөмтәһендә ниндәй ҙә булһа тайпылыштар асыҡлана икән, тәрәнәйтелгән тикшереүҙәр  үтергә мөмкин”, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Елена Ғәлимуллина. Тикшереүҙәрҙе терапевт билдәләй.

Хәтерегеҙгә төшөрөп китәбеҙ: Башҡортостанда профилактик тикшереүҙәр һәм диспансеризация республика Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса яңыртылды.

Фото: Башинформ

 

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: