“Беҙ әле эпидемиологик хәлдең яҡшырыуын, ауырыуҙар һаны кәмеүен күрәбеҙ. Динамика яҡшырғандан-яҡшыра. Ковид-койкалар әкренләп кәметелә, профиль йүнәлешендә булмаған инфекция стационарҙары ябыла бара. Көс тап Республика инфекция дауаханаһына, Туймазыла яңы асылған үҙәккә тура килә. Әле Сибайҙа инфекция үҙәге асыуға әҙерләнәбеҙ”, – тип хәбәр итте министр.
“Яҡын ваҡытта, шуларҙың барыһын да иҫәпкә алып, оператив штабҡа тәҡдимдәр индерәсәкбеҙ, бергә тикшереп, ниндәйҙер ҡарарҙар ҡабул итәсәкбеҙ”, – тине Максим Забелин.
Билдәле булыуынса, Мәскәүҙә, эпидемиологик хәл яҡшырыу сәбәпле, 15 марттан битлек режимы ғәмәлдән сығарылды һәм биналарға ингәндә тән температураһын үлсәмәйҙәр.