+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар

Һаҡ булайыҡ, һау булайыҡ!

Туберкулёз - бик күп ғүмерҙәрҙе ҡыйған боронғо ауырыуҙарҙың береһе.

Һаҡ булайыҡ, һау булайыҡ!
Һаҡ булайыҡ, һау булайыҡ!
Уның йоғошло икәнен иҫбатлар өсөн ғалимдар төрлө эҙләнеүҙәр үткәргән. 1882 йылда немец ғалимы Роберт Кох микроскоп аша туберкулез таяҡсаларын күрә һәм уларҙың был сирҙе тыуҙырыуын иҫбатлай.
Туберкулез таяҡсалары асыҡ һауала үрсемәһә лә, зарарлау көсөн оҙаҡ юғалтмай. Ультрафиолет нурҙары, ҡайнар һыу, 5 процент хлорамин бер нисә минут эсендә туберкулез таяҡсаларын юҡ итһә, бысраҡ, йыуылмаған, елләтелмәгән бүлмәләрҙә улар йылдар буйы һаҡланырға мөмкин. Ә сир күп осраҡта ауырыу кешенән йоға: йүткергәндә, сөскөргәндә, һөйләшкәндә һауа аша һау кешенең тын юлдарына үтеп инеп, үпкәне, ҡаны аша таралып, башҡа органдарҙы ла зарарларға мөмкин. Ауырыуҙың тәүге билдәләре булып тын ҡыҫыу, хәл бөтөү, сәбәпһеҙҙән тирләү, йүткереү, тәндең температураһы күтәрелеү, аппетит юғалыу, ябығыу күҙәтелә. Былар бар икән, кисекмәҫтән табипҡа күренергә кәрәк. Флюорография үткәреү, туберкулин (Манту пробаһы) ҡуйыу, туберкулезға ҡаршы вакцинация – балаларҙы һәм өлкәндәрҙе туберкулездан ҡурсалауҙың тәүге аҙымдарының береһе. Ваҡытында эшләнгән прививка баланы туберкулездың һәр төрөнән, бигерәк тә иң ауыр төрҙәренең береһе булған туберкулез менингитынан һаҡлай. Һаҡ булайыҡ, һау булайыҡ, дуҫтар!
 
Фото: aldk24.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: