-30 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
25 Март , 13:00

Яланбаш йөрөмәгеҙ

Ғүмере буйына кешелә 150 мең тирәүе сәс үҫә.

Яланбаш йөрөмәгеҙ
Яланбаш йөрөмәгеҙ

Ә көн һайын 100 – 150 бөртөгө ҡойола, тиҙәр. Бер айҙа, йылына күпме? Ҡайһы берәүҙәр ҡыш еткәс, уның күберәк ҡойолоуын һиҙә башлай. Кемдәрҙер башлыҡ кейгәнгә сәс төптәренә кислород барып етмәй, тип яланбаш йөрөргә тырыша. Икенселәре баштарын һирәгерәк йыуырға ҡарар итә, тире майланып, сәсте ҡоролоҡтан, ә башты һыуыҡтан һаҡлай, тип уйлай. Белгестәр әйтеүенсә, бөтәһенә лә үҙебеҙ ғәйепле. Сәбәптәре нимәлә һуң? Беренсенән, өлкәндәр һәр ваҡыт башыңа кейеп йөрө, тип әйтәме? Эйе, был дөрөҫ тә. Сәс өшөһөн өсөн 5 минут 0 градустан һыуыҡта булыу ҙа етә. Әйтәйек, машинанан өйгә йүгереп ингәнсе зыян күреп өлгөрәләр. Был стрестан сәс ҡойола башлай. Бөтөнләй башлыҡһыҙ йөрөүселәр тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Уларҙың сәстәре тарағанда йәки йыуғанда көҙгө япраҡтар кеүек ҡойоласаҡ.
Икенсенән, башты нисек бысраныуына, йәғни майланыуына ҡарап йыуалар. Тимәк, әгәр тирегеҙ майлы икән, көн буйы бүленеп сыҡҡан себума ҡулланған лак һәм башҡалар менән бергә буталып, сәсегеҙҙе тотош ҡаплап аласаҡ. Шулай бул­ғас, кәрәк икән, сәсте һәр көн йыуырға ла тура килә. Юғиһә, сәс төптәренә кислород килеү һәм баштағы ҡан әйләнеше боҙоласаҡ һәм тағы ла ҡойоласаҡ.

Э.РӘШИТОВА.

Фото: baamboozle.com

 
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в