-22 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек
4 Апрель , 08:00

Үгәй инә үләне

Ҡар ирей башлау менән төрлө ҡом, балсыҡ өйөмдәре, юл буйҙарында, соҡор-саҡырҙарҙа үҫкән үгәй инә үләне (мать-и-мачеха) иртә яҙҙа сәскә ата. Ошо осорҙа уны йыйып ҡалырға кәрәк.

Үгәй инә үләне
Үгәй инә үләне

Үгәй инә япрағы йүтәлгә һәм тын юлдары ҡыҫылғанда яҡшы дауа һанала. Уны бронхит, бронхиаль астма, туберкулез менән сирләгәндә, үпкә абсцесында ҡулланалар. Төнәтмәһен 1стакан ҡайнар һыуға 1 аш ҡалағы ваҡланған япраҡтар иҫәбенән эшләйҙәр. Көнөнә 3-4 тапҡыр, ашар алдынан 1-2 аш ҡалағы эсәләр. Ашҡаҙан-эсәк, бәүел ҡыуыу юлдары юлдары ялҡынһынғанда ла шәп дауа. Япраҡтарынан бутҡа һымаҡ иҙеп, оҙаҡ уңалмаған яраларға ла ябалар. Үгәй инә төнәтмәһен оҙаҡ эсергә ярамай. Күңелегеҙ болғанғанда, эс ауыртыуы күҙәтелгәндә, аппетит юғалғанда дауаланыу туҡтатылырға тейеш.

Фото: infourok.ru

Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас в