Уның фекеренсә, тулҡындың яҡынса бер айҙан һуң килеп етеүе ихтимал, ә сәбәбе – стелс-омикрон штаммы таралыу, уның менән ауырыусыларҙың артыуы башҡа илдәрҙә күҙәтелә. "Беҙҙә еңелерәк булыр тип өмөтләнәбеҙ, таралыу тиҙлеге лә омикрондан түбәнерәк буласаҡ”, – ти белгес.
Вирусолог стелс-омикрондың Рәсәйгә килеүе ҡотолғоһоҙ, хатта уның әүҙемлеген әлегә дисциплина яғынан ҡаты булған Ҡытайҙың да еңә алмауын билдәләп үтте. Европа илдәре менән ябыҡ авиабәйләнеш тә Рәсәйҙе вирустың таралыуынан һаҡлап ҡала алмаясаҡ, тик тулҡын бер аҙ кисектерелеп һуңыраҡ килер.
Фото: myslo.ru