+12 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
7 Апрель 2022, 10:00

Һаулыҡ - ҙур байлыҡ

7 апрель – 1948 йылда Бөтә донъя һаулыҡ ойошмаһы барлыҡҡа килгән көн, ә 1950 йылдан бирле Һаулыҡ көнө билдәләнеп килә

Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
Һаулыҡ - ҙур байлыҡ
Был көндө йыл һайын төрлө саралар ойошторола. Халыҡ бигерәк тә Һаулыҡ үҙәктәрен көтөп ала: флюорография, артериаль баҫымды үлсәү, ҡандағы шәкәр кимәлен тикшереү кеүек процедуралар аша сәләмәтлеген  тикшереп ҡалырға тырыша. Ә бит Бөтә донъя һаулыҡ көнөнөң маҡсаттарының береһе - кешеләрҙең үҙ һаулығына иғтибарын арттырыу. Уҙған йылдың статистика мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә халыҡтың 9 проценты ғына сәләмәт тормош алып бара. Кемдәр инә һуң был иҫәпкә? Тартмаған, көнөнә 400 грамдан кәм булмаған йәшелсә-емеш ашаған, физик яҡтан әүҙем, спиртлы эсемлектән тулыһынса тиерлек баш тартҡан кешеләр.
Уйлап ҡараһаң, һаулығыбыҙ ныҡлығы үҙебеҙҙән тора түгелме? Мәҫәлән, һыуыҡ тейҙермәҫ өсөн һауа торошона тура килтереп кейенеү мөһим. Аш һеңдереү ағзалары ауыртмаһын тиһәң, дөрөҫ туҡланыуға иғтибарҙы арттырырға кәрәк. Мәҫәлән, майҙа ҡыҙҙырылған аш-һыуға ҡарағанда әсе ҡорот һалып, һурпа эсеүең яҡшы. Шәкәр, тоҙҙо самалап ҡулланыу, тәм-том менән һирәгерәк һыйланыу ҙа һаулығыбыҙ өсөн һәйбәт икәнен беләбеҙ бит.  Аҡһым, углевод, минерал, витаминдарға, кальцийға бай ризыҡтар менән туҡланыу мөһим. Көн һайын физик күнекмәләр эшләргә кәрәк.
Бөгөн, Һаулыҡ көнөндә, үҙебеҙҙең һаулығыбыҙҙы нығыраҡ ҡайғырта башлайыҡ әле, дуҫтар.
 
Фото: gdkns.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: