0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
11 Апрель 2022, 14:00

Витаминлы коктейль

Яҙ етеп, тормош йәмләнә башлағас, ҡайһы берәүҙәр ҡайын һыуы йыйыу менән мәшғүл.

Витаминлы коктейль
Витаминлы коктейль
Ҡайындың тамырҙары тәрәндә, тупраҡтың дымын үҙенә тартып, олоно буйлап ботаҡтарына еткерә. Ғәҙәттә, ағас япраҡҡа бөрөләнгәнсе йыйырға кәрәк. Тик бигерәк һаҡ булырға инде, тәмле һыу эсәм, тип ҡайынды йәрәхәтләмәҫкә. Һаҡ ҡына бер урындан тишәһең дә шланг керетеп ҡуяһың, ә шлангтың икенсе башын шешәгә тоташтыраһың. Йыйып бөткәс, мүк йәки балсыҡ менән һылап ҡуйырға онотмағыҙ. Көнөнә бер ағастан өс литрға тиклем һыу алырға була. Ә иң тәмле һыу – урманда үҫкән ҡайындыҡы, юл ситтәрендәгеһе экологик яҡтан таҙа булмай.
Ҡайын һыуы ябай ғына һыу түгел, витаминдар, минералдар менән байытылған туҡлыҡлы коктейль: кальций, калий, магний, тимер, натрий, эфир майҙары, С, В6, В12 витаминдарына ла бай. Уны йыйғас та ике сәғәт эсендә ҡулланһаң, бик тә файҙалы. Шуны ла иҫегеҙҙә тотоғоҙ, һыуҙы ҡояшта тоторға ярамай – әсей. Йәйгә тиклем һаҡларға теләһәгеҙ, һыуытҡысҡа туңдырырға һалаһың, консервацияларға ла була, ләкин ул осраҡта һуттың файҙалы сифаттары юғала, ә тәме ҡала.
Тағы ла бер кәңәш, ҡайын һыуы пигмент таптарҙы һәм һытҡыларҙы бөтөрә. Яңы ғына алынған һыуҙы биткә көнөнә 2-3 тапҡыр һөртөргә була. Ә ҡышҡылыҡҡа лосьон да әҙерләп ҡуйһаң, бөтөнләй шәп.Бының өсөн 2 стакан ҡайын һыуына 1 аш ҡашығы бал, бер сәй ҡалағы лимон һуты һәм ярты стакан аҙ процентлы сприт һалып болғатырға кәрәк. Битте иртәле-кисле шул шыйыҡса менән һөртөргә, массаны Һыуытҡыста 6 айға тиклем һаҡлап була.
 
Фото: eng.lsm.lv
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: