Әйҙәгеҙ әле асыҡлайыҡ, шытҡан картуфты ашарға яраймы, юҡмы? Ҡояш нурҙары һәм йылылыҡ үҫеп ултырыусы бәрәңгелә салонин барлыҡҡа килтерә. Салонин ул химик матдә, йәғни ағыу тиһәк тә була. Өлгөргән картуфта уның күләме кәмей: 100 грамм йәшелсәлә 2 – 10 миллиграмм салонин ҡала. Был бик әҙ. Кеше сәләмәтлеге өсөн зыяны күп түгел. Бәрәңге шыта башлағас, уның витаминдары һабаҡ аша сығып бөтә, крахмалы ғына тороп ҡала.
Салонин йомшарған һәр шытҡанында ике тапҡырға арта, тик бының өсөн дә борсолорға урын юҡ. Ағыуланыр өсөн бер юлы 2 килограмм картуф ашарға кәрәк. Ә организм өсөн бының зыяны ниндәй булыр ине? Күңел болғанырға, эстә спазмдар барлыҡҡа килергә, баш әйләнергә һәм ауыртырға мөмкин. Картуф ашағанда тамаҡта әскелт тәм һиҙеү салонин күп ере эләгеүен аңлата. Шытҡан бәрәңгене ашау зыянлы түгел, башҡа төрлө ауырыуҙар килтереп сығармай. Шулай ҙа, һәр кемдең организмы үҙенсәлекле, яҙға ҡарай уны ҡалыныраҡ әрсей башлау хәйерлерәк.
Фото: zen.yandex.ru