-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
19 Апрель 2022, 15:00

В12 витамины етешмәһә...

Организмда В12 витамины етешмәһә, иммунитет көсһөҙләнә, арыусанлыҡ, йоҡоһоҙлоҡ барлыҡҡа килә. Оҙаҡ ваҡыт уның ҡытлығы бер ниндәй тышҡы билдәләрһеҙ генә үтә.   

В12 витамины етешмәһә...
В12 витамины етешмәһә...

Күпмелер ваҡыттан һуң ошо витаминдың юҡлығын ике билдә буйынса айырырға мөмкин.

Тәүгеһе – бит мускулдарының ауыртыуы. Күп осраҡта В12 етешмәгәндә килеп сыға. Пациенттар йыш ҡына маңлай йәки танау менән күҙ араһында сәнсеп ауыртыуға зарлана.
Икенсе билдә – тиренең һарғайыуы. Көсһөҙ эритроциттар билирубинды сығарып, тиҙерәк юҡҡа сыға. Бына шул тирегә һары төҫ бирә лә инде. Бынан тыш, эске ағзалар һәм баш мейеһе тулы кимәлдә кислород алмай, шуға кеше даими рәүештә үҙен хәлһеҙ тоя.

Фото: recepty-zdorovia.com

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас