-7 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Сәләмәтлек кәштәһе
22 Апрель 2022, 17:30

Хөрмә (финик) ашағыҙ, иптәштәр!

Был иҫкиткес тәмле емеште 5 – 7 мең йыл элек ғәрәптәрҙең боронғо олаталары ла ашаған. Уны үҫтереү һәм һатыу буйынса Сәғүд Ғәрәбстаны иң алдынғыларҙан һанала.

Хөрмә (финик) ашағыҙ, иптәштәр!
Хөрмә (финик) ашағыҙ, иптәштәр!

Әгәр көнөнә 10 хөрмә емеше ашаһаң, организмдың магний, баҡыр, күкерткә тәүлек ихтыяжын – тулыһынса, тимергә 50 процентҡа ҡәнәғәтләндерәсәкһегеҙ. Шулай уҡ, башҡа емештәрҙән айырмалы булараҡ, хөрмәлә 60 – 65 процент шәкәр һәм фруктоза бар. Уларҙың әллә ни зыяны юҡ.

Хөрмә емешенең хәл кертеү, ирлек көсөн арттырыу үҙлеге бик борондан уҡ мәғлүм. Ул йөрәк, бауыр, бөйөрҙәр эшсәнлеген яҡшырта, эсәклектә файҙалы микробтар барлыҡҡа килеүгә этәргес була. Калий бик күп булыу сәбәпле, хөрмә емеше йөрәк-ҡан тамырҙары ауырыуҙарынан интегеүселәргә лә бик файҙалы.

Фото: ikraketa.ru

Автор: Дилара Арсаева
Читайте нас