-5 °С
Ясна
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар

Кесерткән ҡый үләне түгел ул

Кесерткән шул тиклем әрһеҙ үҫемлек, етмәһә тейһәң, әсе итеп саға. Әммә уның бик шәп дарыу үләне икәнен дә беләбеҙ. Кесерткән миндеге, кесерткән шампуне, кесерткән ашы - бөтәһе лә файҙалы. Борон олатай-өләсәйҙәребеҙҙе аслыҡтан ҡотҡарған үләнде онотмайыҡ, дарыу урынына ҡулланайыҡ

Кесерткән ҡый үләне түгел ул
Кесерткән ҡый үләне түгел ул
Яҙ башында унан аш бешереп ашаһаҡ, витаминдарға һыуһаған организмыбыҙға хәл инеп китәсәк. Кесерткәнде ҡан туҡтатыу өсөн ҡулланғандарын беләһегеҙҙер, әммә кемдең ҡаны ҡуйы, уларға һаҡ булырға кәрәк. Аҙағынан ҡанды шыйығайтыусы сәй эсеп ҡуйығыҙ. Был үҫемлектә токсиндарға, микробтарға ҡаршы тороусанлыҡты көсәйтә торған матдәләр - кремний һәм органик кислоталар бар. Матдәләр алмашыныуын да яҡшырта.
Кесерткән яңы сыҡҡан ваҡытта ашын бешереп ашап ҡалайыҡ. Таҙа ғына урындан йыйып, ҡояш төшмәгән ерҙә киптереп алһаң, аш-һыуға витаминлы тәмләткес итеп ҡушырға мөмкин.
 
Фото: steemit.com
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас: