Йөрәген тикшертергә теләүселәрҙе 17 – 20 сәғәттәрҙә көтөп ҡалалар. Үҙегеҙ менән паспорт һәм мәжбүри медицина страковкаһы полисын алырға онотмағыҙ.
“Сәләмәтлек” милли проекты нигеҙендә Башҡортостанда халыҡтың һаулығын һаҡлау йүнәлешендә күп эштәр алып барыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: 11 – 13 майҙа республикала “Халыҡ сәләмәтлеге көндәре” үтә. Уны республиканың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы менән берлектә, Республика кардиология үҙәге үткәрә. Был көндәрҙә төбәктә йәшәүсе һәр кем бушлай ҡан баҫымын үлсәтә, шәкәрҙе тикшертеү өсөн ҡан тапшыра, ЭКГ һәм флюорография үтә, төрлө сараларҙа ҡатнаша ала.
Фото: Башинформ