+14 °С
Болотло

Һин мине ишетәһеңме?..

Тағы ла утыҙ йылдан һуң Ер шарында йәшәүсе һәр дүртенсе кеше ҡолаҡҡа ҡатыраҡ булып китеүе мөмкин.

Һин мине ишетәһеңме?..Һин мине ишетәһеңме?..
Һин мине ишетәһеңме?..
Халыҡтың ишетеү һәләтен тикшереүселәр шулай тип ҡурҡыта бит әле. Быға беҙҙең бик көслө тауышлы донъяла йәшәүебеҙ сәбәпсе. Көн һайын транспорт геүләүен, йорт йыһаздары тауышын ишетеп, көслө музыка яңғыраған төрлө күңел асыу сараларында булып, үҙебеҙ һаңғыраулыҡҡа табан барабыҙ. Етмәһә, балалар һәм үҫмерҙәр, шул тауыштан үҙ донъяларына ҡасырға теләп, ҡолаҡсындар аша музыка тыңлай. Һөҙөмтәлә, насар ишетеү, ҡолаҡ сыңлау, тауыштан баш ауыртыу кеүек ауырыуҙарҙан зарланыусылар ҙа йылдан-йыл арта.
 
Фото: theslide.ru
Автор:Дилара Арсаева
Читайте нас