Башҡортостан юлдаш телевидениеһының «Сәләм» программаһында был ауырыуҙарҙың ниндәй хәүеф менән янауы хаҡында һөйләштеләр. Унда Башҡортостандың баш санитар табибы Анна Казак ҡатнашты.
Иң мөһиме: 1 июнгә Башҡортостанда был инфекция менән зарарланыу осрағы теркәлмәгән.
Әммә шуға ҡарамаҫтан һаҡланыу сараларын күрергә кәрәк:
- ҡайнатылған һәм махсус һауыттарға ҡойолған һыуҙы ғына эсергә;
- аҙыҡ-түлекте эшкәртеп кенә ашарға;
- ҡулдарҙы яҡшы итеп йыуып йөрөргә, санитария сараларын ҡулланырға;
- башҡа илдәргә сыҡҡанда гигиена ҡағиҙәләрен тоторға.
Холера һәм маймыл сәсәге ауырыуҙары тураһында «Роспортебнадзор» идаралығының сайтында: https://clck.ru/pHURr тулыраҡ мәғлүмәт алырға була.
Сажиҙә Лотфуллина.
https://ye102.ru/news/ya-yly-tar-ta-ma-y-netu/2022-06-01/ya-y-infektsiyanan-a-lany-y-2824775
Фото: 9.1.11.